Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 17

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Баласағым,үҫмер сағым Һәр саҡ иҫемә төшә. Һиңә булған яратыңмы Туйған алмалай бешә. Баласаҡҡа ҡайтам әле. Оҙон яллы аттарҙа, Яңы кистәр табам әле, Мөхәбәттем һаҡларҙа. припев: Йә,баласаҡ илдәре Хоҙай биргән бүләге. Бар тормоштоң бәхете Мәңге һөйөү мәлдәре. Ҡайҙа һуң тәү ҡат күргән Ҡара сәсле һөйгәнем. Серҙәштәрем генә белә Һин һағынып килгәнһең. Шашып яратҡан саҡтарҙа Офоҡта ҡалды инде. Ә шулайҙа мөхәбәттем, Һәр саҡ эҙләйем һине. припев: Йә,баласаҡ илдәре Хоҙай биргән бүләге. Бар тормоштоң бәхете Мәңге һөйөү мәлдәре. Баласағым,үҫмер сағым Һәр саҡ иҫемә төшә. Һиңә булған яратыңмы Туйған алмалай бешә. Баласаҡҡа ҡайтам әле. Оҙон яллы аттарҙа, Яңы кистәр табам әле, Мөхәбәттем һаҡларҙа. припев: Йә,баласаҡ илдәре Хоҙай биргән бүләге. Бар тормоштоң бәхете Мәңге һөйөү мәлдәре.
  • Төнге серенада Абрар Габдрахманов көе һәм сүзләре Тәрәземә төшкән ай нурлары Сагыну сәламнәрне илтсәче. Сөюләрем моңлы бер җыр булып Күңелемда чыңлап үтсәче. Әйдә, иркәм, тын күл буена, Төнге күл идрәй ай нурына. Камышларга кушлып мин җырлармын, Якын күрсәң, җырым тыңларсың. Җырымның һәр сүзе син генә, Йөрәгемне аңлый бел генә. Күрче, иркәм, нинди матур бу төн: Йолдызлар яна безнең өчен.
  • Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ, Буранбайҙың яҙған хаттары. Буранбайҙың яҙған хатын уҡып, Зар илайҙар ауыл ҡарттары. Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло, Буранбайҙың һуҙған йырҙары. Буранбайҙың йырын тыңлағанда, Йөрәкһенә ауыл ирҙәре. Буранбайҙың менгән ҡашҡа аты Саҡырым ғына бармай, баш ташлай. Түрә тигәндәргә ышанмағыҙ, Себер ебәреп үк, башты ашай. Алыҫта ғына алыҫ, ай, күренгән Юшатырҡай башы ла Аҡбейек. Буранбай ҙа китте, иле ҡалды Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.
  • Елдәй елеп уҙалар Ғүмерем йылдары йылдары Үтелгән юлдарым, Күңелем ҡылдары Йырланған йырҙарым моңдарым Берсә уйлап ҡараһаң Ғүмер бит ыуалыр быяла Ни кәрәк һуң миңә Ни өсөн йәшәйем Ни етмәй миңә был донъяла Ауыр саҡта яндарыңа Йүгереп кенә ҡайтаһы ине Иңдәреңә башымды һалып Рәхәтләнеп илайһы ине.. Әсәй, әсәйем...Һағындым нишләйем, Әсәй, әсәкәйем һағындым нишләйем. Бер нигә баш эймәйем Төндө көндәй күреп йәшәйем Тормош матур тиеп ҡыуанам йәшнәйем Ул тик һин булғанға әсәйем Әсәкәйем йөрәгем Һин берҙән бер минең терәгем Әгәр һин булмаһаң Минең был донъяла Кемгә генә һуң бар кәрәгем Ауыр саҡта яндарыңа Йүгереп кенә ҡайтаһы ине Иңдәреңә башымды һалып Рәхәтләнеп илайһы ине.. Әсәй, әсәйем...Һағындым нишләйем, Әсәй, әсәкәйем һағындым нишләйем. Эскенәйем моң тулы Түгелерме бер саҡ йыр булып Сикһеҙ рәхмәттәрем Табалмай һүҙҙәрем Йөрәгемдә ҡайнай урғылып... Берҙән берем әсәйем, Һиңә оҙон ғүмер теләйем Тормош бит ҡуласа Моңайма бер ҡасан Иҫән һау ғына бул әсәйем Йәшәүемдең йәме бөтһә Һүҙҙәреңдән алам көсөмдө Мең йырға ла һыйҙаралмам төҫлө, Һиңә булған тойғо хисемде. Әсәй, әсәйем...Һағындым нишләйем, Әсәй, әсәкәйем һағындым нишләйем. Нишләйем, нишләйем....
  • Етегән шишмэләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ, Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу. Комош hыузар ага, коштар hайрай, Шул сактарза бигерэк, шул сактарза бигерэк яманhыу. Етегэн шишмэлэргэ йозок hалдым, йозок hалдым, Етегэн йондоз куреп калhын, тип. Йэнкэй-йэнэш алhын да кыуанhын, Вэг(э)зэлэрем булып, вэг(э)зэлэрем булып калhын, тип. Етегэн шишмэлэрзен талы боголэ, талы боголэ Акрын искэн йэйге елдэргэ. hез калаhыгыз инде, без китэбез, Без китэбез йырак, без китэбез йырак илдэргэ.
  • Һинең ҡулда минең күңел айы, Һин күрәһең ғашик йәнемде. Тау шишмәһе йөрәк моңон тыңлай, Ярһып атҡан ҡайнар ҡанымды. Ишетмәгән шишмә бындай моңдо. Тынып ҡалған тәрән һулышта. Йә, Хоҙайым, нисә быуат тағы Тәү тапҡыр мин тындым һағышта. Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Берен сиртһәң, шундай моң сыға. Моңдо тыңлап, йондоҙҙарын айы Әйләндергән икән тамсыға.
  • Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...
  • 1. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән. Ҡушымта: Ай, һағыш - ғүмер юлы, Ҡаяла һары урман. Һаҡмарымдың һылыуы, Юлыңа ҡаршы төшәм. 2. Өҙгөләнмә, һине һөйәм,матурым, Тик ҡыума яндарыңдан. Юлдарыңа гөлдәр һибәм,матурым, Ебәрмәм яндарымдан. 3. Китмә һин, һөйөклөм, кил яндарыма, Саф мөхәббәт һин генә. Ирәндектең иң матур сәскәһенән Ҡалфаҡ үрәм мин һиңә. 4. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән.
  • Тағын юлдар ике яҡта, Ниңә инде белмәйем Ниндәй һынауҙар булһа ла, Барыбер йөрәк түҙәлер. Ҡояш кеүек йөҙҙәреңде, Төшөмдә көн дә күрәм. Тағын да беҙ осрашырбыҙ, Беләм, беләм,ай,беләм. Ғашиҡ булдым бер ҡарауҙа үҙеңә, Ярһыу йөрәгем,түҙ генә.... ҠУШЫМТА: Бер моң булып күңелемдә, Бер моң булып йөрәгемдә Тик һин генә яуланың Ай күңелемде, Бер моң булып күңелемдә Бер моң булып йөрәгемдә Тик һин генә ҡалырһың Мәңге йөрәктә... 2)Күңел түре гөлбаҡсаның, Тылсым тигән, нур -гөлө. Бер күрешеп аңлашырбыҙ, Тигән өмөт бар әле. Күпме саҡырымдар үтеп, Эҙләп киләм көт кенә. Уйҙар һағыныр кешең булыу - Ул үҙе бәхет кенә. Ғашиҡ булдым бер ҡарауҙа үҙеңә, Ярһыу йөрәгем,түҙ генә.... ҠУШЫМТА: Бер моң булып күңелемдә, Бер моң булып йөрәгемдә-ә... Тик һин генә яуланың Ай күңелемде, Бер моң булып күңелемдә Бер моң булып йөрәгемдә Тик һин генә ҡалырһың Мәңге йөрәктә...
  • Осраттым мин hине, Тормошом юлымда. Ә hинең язмышың, Башҡалар ҡулында. Ҡушымта: Ишетhен бар донъя, Донъяны яңратам. Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Булыр тип ҡурҡаhың, Ғәйбәтме, бәләме. Һөйөүҙе кешенэн, Йәшереп буламы. Ҡушымта: Ишетhен бар донъя, Донъяны яңратам. Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Тойолған hөйөүгэ Ни генэ янамай Яратам тейhең hин Ярамай, ярамай. Ҡушымта: Ишетhен бар донъяу Донъяны яңратам, Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Яратам, яратам...
  • Ситлеккә бикләп ҡуйып, hиңә йырларға ҡуштылар, Онот инде дуҫтарыңды, ике ҡанатлы. Һәр бер hинең уйҙарыңа хәҙер ҙур хужалар бар. Ҡаршы hүҙ өндәшеп ҡуйма, улар гел хаҡлы хоҡуҡ. Байрам итә таныштарың, ирекле булыу рәхәт. Ҡанаттарың ҡайырылhа, hине иҫкә алып, Йырҙарыңды йырлашалар, исмаhам, шуға рәхмәт, Тапамағас эштәреңде ҡара ергә hалып. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Нисә йылдар hине әрләп, артҡы рәткә теҙҙеләр, Уйлаған уйҙарыңды ҡурҡып әйтә алманың. «Ерҙе туңәрәк» тигәс эстәрен тотоп көлдөләр, Шулай итеп бөгөнгө көндә бер үҙең ҡалдың. Елдәр иҫә төнъяҡтарҙан, күңелемде әрнетеп, Ләкин минең йөрәгемә үтеп инә алмай. Ирешеп булмай дөрөҫлөккә кешеләрҙе кәмhетеп, Уткәндәрҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән.(2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).
  • Хәҙер инде hин минең менән урамдарҙан йөрөмәйhең, Хәҙер инде hин мине башҡа өҙөлөп hөймәйhең. Изге хистәремдән көләhең, яндарыма ла килмәйhең. Яратҡанымды бит беләhең, яуаптар бирмәйhең. Припев: Әйҙә янhындар hиңә тип яҙған, Йәштәрең тамған hинең hуңғы хаттар. Ҡайтарып та булмай, мәңгегә юғалған Бергә үткәргән бәхетле минуттар. Һине оноторға тырышып, китәм мин сит яҡтарға Булмаҫ инде беҙгә ҡауышып һөйөүҙе hаҡларға. Припев: Әйҙә янhындар hиңә тип яҙған, Йәштәрең тамған hинең hуңғы хаттар. Ҡайтарып та булмай, мәңгегә юғалған Бергә үткәргән бәхетле минуттар. Әйҙә янһын һуңғы хаттар, Һиңә барып етмәҫ улар, Һиңә барып етмәҫ улар, Күҙ йәштәре тамған хаттар.
  • Ата-бабалар төйәге - ожмах өлөшө Хазинаһы Уралтауы - алтын көмөшө. Халҡым рухы һаҡлай уны быуаттар аша Башҡортостаным, Башҡортостаным. Ерен һаҡлаған батырҙар, телен һаҡлаған, Телгеләргә һис бирмәгән, ғорур атлаған. Тарында күпме яу бар, данлы көрәше Башҡортостаным, Башҡортостаным. Алға, Башҡортостан, Башҡортостан, Атла, Башҡортостан, Башҡортостан, Йәшә, Башҡортостан, Башҡортостан, Байлығым минең, тыуған төйәгем. Тәбиғәтте яратыуым һеңгән ҡаныма Далалғы ҡурай моңо йәнемә дауа Ерең ҡото юғалмаһын, йәнеңдәй һаҡла Башҡортостаным, Башҡортостаным. Үҙ ереңдең һауаһы ла һулап туймаҫлыҡ, Яҡты киләсәй хаҡына йәшәһен дуҫлыҡ. Һиңә һыуынам мәңге, ғүзиз еркәйем. Башҡортостаным, Башҡортостаным. Алға, Башҡортостан, Башҡортостан, Атла, Башҡортостан, Башҡортостан, Йәшә, Башҡортостан, Башҡортостан, Байлығым минең, тыуған төйәгем.
  • Am Em Ҡоштар һанайым ниңә тип һорама Am Em Осорға ҡыймайым әлегә ярамай Am Em Әле һаман ҡолайым ергә F һүнмәҫ өмөтөм менән бергә G күтәрелергә Am F Һауаларҙа осҡан ҡоштар ниңә ҡунмай икән ергә Dm E әллә ҡурҡытты тауыштар ике йөрәк тибешендә Ҡая осондамын, һауа ҡосаҡлайым Бер аҙым алға, ә мин оса алмайым Ҡанаттар ҡабаттан һынһа ла Ҡарашым һаман тик һауала Юғала Am Em Ҡоштар һанайым ниңә тип һорама Am Em Осорға ҡыймайым әлегә ярамай F G F G Әле һаман ҡолайым ергә, ергә, икәү бергә