Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песни про любовь на башкирском языке.
Страница 5

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.
  • Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ҡарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙҙәр, бөҙрә сәстәр - Улар беҙгә тиң түгел. Тиң түгелен мин дә беләм. Өҙлөп һөйә йәш күңел! Припев: Эй, матур бөҙрә сәс! Эх, йәмле зәңгәр күҙ! Әйтмәм һиңә бәғерем Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза) Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ҡарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙен оҡшатамын Зәңгәр таң йондоҙона. Бөҙрә сәсен оҡшатамын Диңгеҙҙең тулҡынына. Припев: Эй, матур бөҙрә сәс! Эх, йәмле зәңгәр күҙ! Әйтмәм һиңә бәғерем Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза) (Н.Кучаев муз.)
  • Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде, Ғүмерем яҙын алҡышланы. Көләс йәшлек иртәһендә, Һаумыһығыҙ, шатлыҡтарым. Припев: Яҡты нурҙай балҡыным мин, Түбәм күккә тейҙе инде. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Иркәләүен тойҙом инде. (2 раза) Яҙҙар етте, һөйөү килде, Наҙҙарымды нағышланы. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, һағыштарым. Уйҙарымдан уйылам мин Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә. Был һағыштар — үҙе бәхет, Көтөүҙәргә сәбәп барҙа. Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй, Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, яныуҙарым. Япраҡтарҙай һарғайһам да, Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Күмеләмен наҙҙарына. (2 раза)
  • Ҡыңғырау сәскәләрен өҙмәгез Болондарҙан әгәр үтһәгеҙ Улар һеҙгә бәхет теләрҙәр Баштарынан һыйпап һөйлхәгеҙ Ҡыңғырау сэсэкэхе бағығыҙ Күҙҙәрегеҙ тулы наҙ мн Улар һеҙгә рәхмәт әйтерҙәр Сәскә атып иртә яҙ мн Ҡыңғырау сәскәһенең төҫтәре Зәңгәр күктә, тымыҡ күлдәрҙә Үҙәктәрҙе өҙә торғаны Беҙ яратҡан зәңгәр күҙҙәрҙә
  • Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай. Өй ҡараңғы, исмаһам, һин иркәм йылмай. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Тышта ямғыр - шылтыр-шылтыр, бер үк тауыш. Ә күңелдә әллә ниндәй ауыр һағыш. Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер. Йылмай, иркәм, ҡояш нурын миңә килтер. Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер. Йылмай иркәм, ҡояш нурын миңә килтер. Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай. Өй ҡараңғы, исмаһам һин иркәм йылмай. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ.
  • Көндө-көнгә ялғай-ялғай айҙар үтә, йылдар үтә. Япраҡтарын ҡоя-ҡоя ғүмеркәйҙәр көҙө етә. Әйтелмәгән хис-тойғолар, үтәлмәгән һүҙ-вәғҙәләр. Үкендереп, көрһөндөрөп, бәғерҙәрҙе телеп үтә. Кисерегеҙ, йән-дуҫтарым, янығыҙҙа булалманым. Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда иңдәремде ҡуялманым. Кисер мине, йән һөйгәнем, сайпылдырҙың хистәремде. Бирә алманым тик үҙеңә мөлдөрәмә тулы көйө. Кисерегеҙ урман-ҡырҙар, тыуып үҫкән ғәзиз тупраҡ. Мин йөрөнөм сит яҡтарҙа сит яҡтарҙан ҡурсау һорап. Көҙгө елдәр әсе икән, ғүмер үкенесле икән. Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен белеүҙәре ҡыйын икән.
  • Нәркәс Сиражетдинова «Әсәйем,әсәкәйем» Маңлайымдан үбеп әсәй мине Оҙаттың да тормош юлына, Ҡайтып йөрө балам зинһар тиеп Ҡулдарымды ҡыҫтың ҡулыңа. Ҡушымта: Әсәйем, әсәкайем, Һөйөклем, бәғеркәйем, Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Томандарҙа юлдар оҙон була, Борма борма була, ураулы Йә дауылы ҡуба, йә бураны, Йә ямғыры яуа ҡыраулы. Ҡушымта: Әсәйем, әсәкайем, Һөйөклем, бәғеркәйем, Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Йөрәккәйең һиҙеп тораһыңдыр, Ҡаршы сығаһыңдыр урамға Доғаларың уҡып, юрайһыңдыр Бирешмәйен тиеп балам буранға. Ҡушымта: Әсәйем, әсәкайем, Һөйөклем, бәғеркәйем, Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе.
  • Сәхрәләрҙән сығып юлыма, Ҡулдарымды алдың ҡулыңа, Иркәләнең, һөйҙөң, яраттың, Яраландым, наҙҙан мин яндым... Йәнем һине, йәнем һине, йәнем һине Мин һөйөп ҡалдым... Һине уйламаған көнөм булманы, Төшөмдә күрмәгән көнөм ҡалманы, Йылы наҙҙарыңды өҙөлөп һағындым, Йәнем, һине мин һөйөп ҡалдым... Әйтелмәйсә ҡалды һүҙҙәрем, Әрнеүҙәрҙән талды күҙҙәрем, Һағыштарым, һағыныуҙарым, Өҙгөләнеп талпыныуҙарым... Йәнем һине, йәнем һине, йәнем һине Мин һөйөп ҡалдым... Һине уйламаған көнөм булманы, Төшөмдә күрмәгән көнөм ҡалманы, Йылы наҙҙарыңды өҙөлөп һағындым, Йәнем, һине мин һөйөп ҡалдым...