Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 57

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Ауылымда аҡ томан, Томандары таралыр. Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам, Күңелдә йыр яралыр. (х2) Туғайҙарҙа аҡ томан, Томандары таралыр. Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам, Мөхәббәтем яңырыр. (х2) Тын кистәрҙә аҡ томан, Томандары таралыр. Моңло хис һәм һары һағыш Мәңгегә аҡып баралыр. (х2) Ауылымда аҡ томан, Томандары таралыр. Йәшлектәге ҡайнар хистәр Йөрәктәрҙә ҡалалыр. (х2)
  • 1. Рәхмәтлемен һиңә, Мине бәхетле иткәнеңә, Күңелемдең асып ишеген, Яҡты керткәнеңә, рәхмәтлем! Һыуынған йөрәгем Йылынғаны өсөн, һөйгәнем, Мендергәнең өсөн күктәргә, Рәхмәтлемен һиңә, тик һиңә! Ҡушымта: Беҙ осорбоҙ, ҡоштар кеүек, Бәхет юлы буйлап һауаларға, Әйләнербеҙ, ҡағып ҡанаттарҙы, Һөйөнөп шатлыҡ нурҙарында. Беҙҙең мөхәббәт мәңгелек - Мин бәхетлеләрҙән бәхетле! Һәм ошо сихри хистәр өсөн Тик һиңә генә рәхмәтлем! 2. Рәхмәтлемен һиңә, Мине бәхетле иткәнеңә, Хыял ғына булған мөхәббәт Бүләк иткәнеңә - мең рәхмәт! Һәр көндөң ҡәҙерен Белдергәнең өсөн, бәғерем, Беҙҙе ҡанатлы иткәнеңә, Рәхмәтлемен һиңә, тик һиңә! Ҡушымта: шул уҡ
  • Үткән генә ғүмер аҡҡан һыуҙай, Үтеп китә, һис бер сара юҡ, Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай Кинәнесен белеп ҡалайыҡ. (2 раза) Йәне генә юҡтың, ғәме булмай, Йәмдәр табып йәшәп ҡалайыҡ. Дәртһеҙҙәрҙә генә дарман булмай, Дарманлыҡтан ләззәт табайыҡ. (2 раза) Күңеле киңдең донъяһы киң, Киң күңелле булып ҡалайыҡ. Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын Сауаптарын алып ҡалайыҡ. (2 раза) Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай Кинәнесен белеп ҡалайыҡ. Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын Сауаптарын алып ҡалайыҡ. (2 раза)
  • Мин атлаһам, ул атлай. Мин уйлағанды урлай. Арттан килеп йәбешкән. Шул кешеләр кем икән? Ҡуяндыҡы бәләкәй, Терпенеке сәпсим юҡ, Аттыҡы кеше ҡулы ҙурлыҡ Нимә ул? Ҡойроҡ! Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Трусиксән сыҡһаң тышҡа Ҡараңғы һалҡын ҡышта, Бармаҡ, ҡолаҡ тарҡата Ҡалтырата! Айыу күрһәң урманда, Байрамдан һуң диванда, Тракторҙа ултырғанда Ҡалтырата! Ҡалтырата-та мине Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Серәкәй – бәләкәй, Ул бер көн генә йәшәй. Ул почти һинең бисә, Ул да һинән ҡан эсә. Ҡойроҡ! Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Ҡалтырата-та! Ҡалтырата-та мине Ике йөҙ ҙә егерме...
  • 1.Моңло көйгә мәғәнә керетеп Һүҙҙәр йырға ҡушыла. Бер-береһен үҫләп йәшәргә Насип йәрләр ҡауыша. Припев Ҡара әле, бер ҡара әле, Парлап йөҙә аҡҡоштар. Был донъяла сикһеҙ бәхетле Парлап йәшәһәләр йәрләр. (2 раза) 2.Күктә күрһәм пар күгәрсен Шатлыҡ һыймай күңелемә. Улар ҙа парлар бәхетле Беҙҙең кеүек был ерҙә. Припев Ҡара әле, бер ҡара әле, Парлап йөҙә аҡҡоштар. Был донъяла сикһеҙ бәхетле Парлап йәшәһәләр йәрләр. (2 раза) 3.Икебеҙгә бер мөхәббәт. Бер хыял икебеҙгә. Бәхетебеҙ уртаҡ булһын, Матур йәшәйек бергә. Припев Ҡара әле, бер ҡара әле, Парлап йөҙә аҡҡоштар. Был донъяла сикһеҙ бәхетле Парлап йәшәһәләр йәрләр. (2 раза)
  • Һауаларҙа оса ике аҡҡош, Ҡаурыйҙары ергә ҡойола. Янып һөйһәң, күңел ҡанатлана, Мәңге талмаҫ кеүек тойола. Һауаларҙа осҡан ике аҡҡош Айырылмайса йәшәр гел бергә. Беҙ осарбыҙ бәхет киңлегендә Һинең менән икәү ғүмергә. Һауаларҙа осҡан ике аҡҡош Талғын ғына ҡанат ҡағына. Әллә нигә бергә саҡтарҙа ла Күңелем һаман һине һағына. Һауаларҙа оса ике аҡҡош, Алыҫтарга китә моңдары. Киләсәккә аҡҡош юлы булып Китһен беҙҙең йәшлек йылдары.
  • Ҡараңғылыҡ баҫты тиһәм кинәт күгемде. Моң булып килеп кергән ул һин түгелме? Рәхмәт моңдарыңа, рәхмәт наҙҙарыңа. Рәхмәт тип ҡабатлайым мин, тағын да,тағын да! Ҡулдарымды һиңә һуҙҙым кинәт талпынып, Таралдылар күңелемдән рәнйеү һалҡыны. Һиңә яҙҙарым,һиңә наҙҙарым Һиңә тип ҡабатлайым мин, күҙ нурым, күҙ нурым. Ҡурҡып ҡуям бәхетемдән, төш кенә кеүек. Юғала күрмә, бәхетем,бул һин мәңгелек. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә,рәхмәт күҙҙәреңә Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә, рәхмәт күҙҙәреңә. Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт!
  • Төштәремдә һине күрәм, гел инәһең, һылыуҡайым. Һин саҡыраһың үҙеңә. Яҡынайһам, алыҫаяң. Ҡайҙа һин осаһың ташлап мине, Ҡайҙарға һин осаһың? Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал! Һылыуҡайым, төшөмдә һиңә әйтәм, Төшөмдә һинең кеүек гүзәлекле ҡыҙҙы Тапмаһам, егет булмаҫмын. Әгәр өнөмдә тапмаһам, ҡалырһың һин хыялымда. Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал! Әгәр өнөмдә тапмаһам, Ҡалырһың һин хыялымда Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал!
  • Дуҫлыҡ йыры тынмай яңғыраһын, Еребеҙҙе ай-хаҡ мең ураһын Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Күңелдәрҙән күскән күңелдәргә Йәйғор булып төшкән киң ерҙәргә Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Ҡайғы түгел, шатлыҡ-нур өләшеп, Ауырлыҡтар еңдек бергәләшеп, Торған ерҙәр, беҙҙең башҡа уйҙар бер, уйҙар бер. Бер хыяллып, бер теләкле итеп, Мәңгелеккә хуш йөрәкле итеп, Тоташтырған безҙҙе оло тыуған ер, тыуған ер. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Бергә инде ярһып ут-суларга, Бер сәмеңне алып йондоҙҙарға, Йылдар ағышында дуҫлыҡ сыныҡты, дуҫлыҡ сыныҡты. Һағындырып ҡына осраштырып, Осраштырғас тағы хушлаштырып, Һынай икән ваҡыт беҙҙең дуҫлыҡты, дуҫлыҡты. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә.
  • Уралым, Уралым! Күгәреп ятҡан Уралым Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанда Һайрап ҡаршылай ҡоштарың Тонйорап ҡояш батҡанда Һайрап оҙата ҡоштарың Һине маҡтай йырҙарым Һине данлай йырҙарым Һин бит минең төйәгем Һине һөйә йөрәгем Уралым, Уралым аааааа... аааааа... лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә-лә-ль, лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә, лә-лә-ль, лә-лә лә, лә-лә, лә, лә-лә, лә-лә.
  • Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым, Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә. Ялан сәскәләрен күргән һайын Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә. (2 раза) Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан Миңә гөлдәр бүләк итмәне. Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә, Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.(2 раза) Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ, Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге, Барыһы бар, тик һин генә юҡһың, Юҡтағылай ялан сәскәһе. (2 раза) Тәүге күкрәү булып килдең дә һин, Алып киттең бәхет күгенә. Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып, Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә... (2 раза)
  • Телефондар шылтырайҙар, һине көтәләр, Һинең бөтөн уйҙарыңды миңә илтәләр. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) Телефондар шылтырайҙар, ә һин һаман юҡ. Көндәр үтә, айҙар үтә, күңелеңдә мин юҡ. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) Телефондар, телефондар һаман шылтырай. Йөрәк яна, һин һаман юҡ, күңелем һис тынмый. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Был Йэй ин эҫе булмаҡсы Эйзэгез уны бергэлэп ,кунелле итеп рэхэтлэнеп уткэрэйек Киттек Салам дуста тугандар Бэлэкэстэр бэлиг булгандар Хеззе мин янга сакырам Был йыр hезгэ тип акырам. Эйзэ йэнэ бергэ йыйылайык Без сэлэмэт тормош осон хэм айык. Бейе ритайым,бейе байык Миллэт мэзэниэтен байытайык. Без шундай куууп батырзар Без шундай куууп матурзар Безгэ уктарын атырзар Фэрештэлэр шаяртырзар Бергэ эшлэйек берук хэрэкэт Хэрэкэттэ бэрэкэт Кулдар унга хулга, аска оскэ Йэнэ бергэ оскэ оскэ Туктама эй йэнлерэк Дэртлэнеп тибэ йорэк Бул хин сос хэм зирэк Тап язмышынды тизерэк Улда хине хаман эзлэй эле Бэлки хин курмэйен ул кузлэй эле Хэрэкэттэр менэн аптырат йэле Ин дэртле,йэш сагыу мэлен Башкорт дэртле йэш халкын Башкорт кутэрэ ялкын Булхын эсе, булхын hалкын Бул тик бергэ hэм балкы Бейе арымай, туктама ялга Ин дэрлелэр килгэн ялга Корттар йыйылган бында балга Алга Эйзэ алга алга Килде Хагынып коткэн йылы кондэр Серле йондоззар тулы сихри тондэр Йэйзе яратам, котэм хине генэ Онотмам беззен йэйзе мин мэнгегэ э хэзер сэлэмдэрзе ,беззе яраткан, беззе коткэн калаларга еткерэбез Офо, Стэрле, Сибай, Боро, Мэскэу, Казан, Ырынбур hэм hамар,Силэбе,Уренгой hэм башкалар, башкалалар
  • 1. Ҡашың ҡара, буйың зифа, Керпегең бөгөләлер. Һинең өсөн, йәнкиҫәгем, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Үҙәгем өҙөләлер. 2. Ҡаш ҡараһы күҙеңдә лә, Буй зифаһы үҙеңдә. Ай тулғанда тыуҙыңмы әллә, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Ай нуры бар йөҙөңдә. 3. Ҡашың ҡара, күҙең кеү[е]к тә, Һиңә һөйләр һүҙем күп. Һөйләр инем серҙәремде Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Көн дә күрһәм үҙеңде.