Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 63

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Ғашиктарзың иле бит ул – Уның бер яме тиҙәр шул, эх кенә Ҡыҙҙар беҙгә ғишыҡ тотһа, Минең бер йәнем, тиҙәр, шул, эх кенә Кушымта: Зәңгәр күкте байкап оса Урал тау бөркөттәре лә; Бер карау да гашик итә Бөрйәндең егеттәре Бөрйән буйы кара урман, Агас һайын һандугас шул, ник кенә? Бер йырламай күңел булмай, Күңел тулы йыр булгас шул, ник кенә? Зәңгәр күкте байкап оса Урал тау бөркөттәре Кара кашлы кара күзле Бөрйәндең егеттәре.
  • 1. Минең өсөн донъяла иң матуры һин. Яҙмышым минеке һиңә бәйләнгән. Йөрәгем бикләнгән, асалмай бер кем. Асҡысы тик һиндә, һөйгәнем. Припев: Һин генә - берҙән-берем Күңелемдә, уйҙарымда. Һинең өсөн, мөхәббәтем, Йәшәйем был донъяла. (х2) 2. Иң бәхетле донъяла мин тип һанайым, Һинең яныңда һөйөүҙә йәшәйем. Тормошомдо һин минең йәмләйһең. Матурым, ҡояшым, яратам һине. Припев: Һин генә - берҙән-берем Күңелемдә, уйҙарымда. Һинең өсөн, мөхәббәтем, Йәшәйем был донъяла. (х2) Йылы йомшаҡ ҡулдарыңды мин тотоп үбәм. Рәхмәт һинең барлығыңа ошо йәмле донъяла. Припев: Һин генә - берҙән-берем Күңелемдә, уйҙарымда. Һинең өсөн, мөхәббәтем, Йәшәйем был донъяла. (х2)
  • Ғүмерҙәр үтә икән ул, Үтә лә китә икән. Йәшлектәге ҡайнар һистәр Бик аҙға етә икән. Припев Ғүмерҙәр үтә икән ул, Яна ла бөтә икән. Күңелдәр генә һаман да Нәмәлер көтә икән (2 раза) Ғүмерҙәр үтә икән ул. Бәғерҙе өтә икән. Һөйөүҙәр элекке лә һуң Көйөүҙәр үтә икән. Припев Ғүмерҙәр үтә икән ул, Яна ла бөтә икән. Күңелдәр генә һаман да Нәмәлер көтә икән (2 раза) Ғүмерҙәр үтә икән ул. Ялт ҡына итә икән. Ашыға-ашыға беҙҙең Ҡайҙарға етә икән. Припев Ғүмерҙәр үтә икән ул, Яна ла бөтә икән. Күңелдәр генә һаман да Нәмәлер көтә икән (2 раза)
  • Ҡайҙа булһам да тик һин уйымда Етәр мөхәббәтем ғүмер буйына Беҙ бит таныштар инде күп йылдар Хәҙер бергә булһын барыһы юлдар Припев Һин бит минең гөлөм Тик һиндә күңелем Һин бәхетем нуры Һиңә бары һөйөү Бары һөйөү йырым (х2) Һин ҙур шатлығым, тере байлығым Һин генә, һин генә минең алтыным Нурыңды һибеп балҡы янымда Ә мин йылмайырмын һинең ялҡында Припев Һин бит минең гөлөм Тик һиндә күңелем Һин бәхетем нуры Һиңә бары һөйөү Бары һөйөү йырым (х2)
  • Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө, Иҫке өйөм - бала саҡтың йөҙө. Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә, Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып, Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып. Гел ҡайтабыҙ тура, яңы өйгә, Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйөм - ул бит ҡош ояһы, Олатайым, атайымдың яғы. Иҫке өйөм баҙар ығы-зығы Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. (С.Низаметдинов муз., А. Усманов һүҙ.)
  • Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Инде ҡоштар күптән тыңдылар. Болғатылған шишмә һыуҙары ла Көҙгө кеүек булып туңдылар. Көҙгө кеүек булып туңдылар. Ай яҡтыһы төшә тәҙрәмә, Яҙғы төндәр бигерәк матурҙар. Шундай төндә йыраҡ далаларҙа Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ҡунаһыңдыр ҡороп сатырҙар. Ай яктыһы төшә тәҙрәмә, Рәхәтләнеп йоҡлай ҡалалар. Асыуланма, барам яңдарыңа, Килештерер беҙҙе далалар. Килештерер беҙҙе далалар. (Р. Хәсәнов муз., Р. Гәрәй һүҙ.)
  • Йылдар үткәс, онотола Табышҡан, ҡауышҡанын. Ғүмер буйы эҙәрлекләй Тәү һөйөү һағыштары. Яҙҙар ҙа иҫкә төшhә лә Ялтырап барған юлдан. Батшаларға әйләндерә Тынлаусан, йыуаш ҡолдар. Яҙмыш беҙҙе мәхрүм итте hөйөшөп, ҡауышыуҙан. Ләкин мәхрүм итә алманы Ғүмерлек hағышынан. Йәйҙәр ҙә иҫкә төшһә лә Елкенеп китә күңел. Йөрәк толпарға атлана Тотоп тыярлыҡ түгел. Көҙҙәр ҙә иҫкә төшhә лә Күҙҙәргә күренмәй аҡ. hөйләhәләр - hөйләhендәр Әллә хаҡ, әллә нахаҡ. Яҙмыш беҙҙе мәхрүм итте hөйөшөп, ҡауышыуҙан. Ләкин мәхрүм итә алманы Ғүмерлек hағышынан.
  • Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар Аҡһыл йәшел тулҡын ҡаға, Иҫең китәр, ҡарап торһаң, Булғанмы тип бында дала. Бойҙай үҫә туҡ башаҡлы, Арыш үҫә аҡ сал сәсле, Елдә улар тирбәләләр, Әйтерһең дә кинәнәләр. Башаҡтарын шыптырҙатып, Әйткән төҫлө ергә ятып, Бындай оло хөрмәтенә, Тыуған ерем, рәхмәт һиңә! (Н.Даутов муз., К. Кинйәбулатова һүҙ.)
  • Бик һағындым һине, тыуған илем! Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән. Ғәзиз әсәйемдең усағында, Мин ашайһы аштар бешмәгән. Бик һағындым һине, тыуған илем! Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән. Мин тартаһы ҡурайҙар ҙа Уралымда әле үҫмәгән. Бик һағындым һине, тыуған илем! Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән. Ҡоштар осоп етмәҫ был яҡтарҙа, Ризыҡтарым әле бөтмәгән. Ризыҡтарым әле бөтмәгән.
  • Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, Өйөбөҙҙә ҡояш ҡалҡты: Аҡ биләүҙә серле йомаҡ, Илауы ла моңло һымаҡ. Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты. Башлана бер яңы ғүмер. Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?! Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, Үтер юлы булһын яҡты. Тыуған өйгә, тыуған ергә Хужа булып бәпес ҡайтты. Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты. Башлана бер яңы ғүмер. Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?! (Г.Юнысова һүҙ.)
  • 1)Судьбы наши пересеклись, души наши переплелись, Я давно искала тебя, тебя, тебя, тебя лишь тебя... Я так рада встрече с тобой, благодарна судьбе, что со мной, Я хочу жить там, где и ты, там где я, наши мечты... Припев: Моё сердце - ты, моя судьба - ты, И днём, и ночью о тебе думаю, Единственный мой, с одним лишь тобой Жизнь эту вместе прожить желаю. 2) Неразлучны, как лебеди, мы, хоть дороги жизни трудны, Все преграды легко мы пройдём вдвоём, вдвоём, вдвоём лишь вдвоём. Даже если навстречу ветра, и дорога не станет видна, Мы распустим крылья свои, пролетим над ними мы. Припев: Моё сердце - ты, моя судьба - ты, И днём, и ночью о тебе думаю, Единственный мой, с одним лишь тобой Жизнь эту вместе прожить желаю. Ты - моя судьба, моё сердце. Единственный мой, хочу быть с тобой. Припев: Моё сердце - ты, моя судьба - ты, И днём, и ночью о тебе думаю, Единственный мой, с одним лишь тобой Жизнь эту вместе прожить желаю.
  • Тормош - әкиәт кеүек бала саҡта Ҡояш нурын һибә матур һүрәттә Үтеп ваҡыттар осрай ауырлыктар Һүрәт матурлығын ала дауылдар Тормош матурлығын ала дауылдар Ҡушымта: Ғүмер ауыр булһа ла талпынармын алға Осармын йыһанға ышанып хыялға Әгәр аҙашһам юлымды табырмын Булған уйҙарҙы тормошҡа ашырырмын Ни хәл булһа, һин бары бирешмә Насармын тип үҙеңә ирешмә Ни булһа ла, ҡулыңды төшөрмә Тормош - уйын, һин уны онотма Был ваҡыт менән файҙаланып ҡал Табыр өсөн тоғро дуҫтар Кемдер ҡала, кемдер бит юғала Тормош уйын һин уны онотма
  • 1) Пою я снова и вновь, пою опять про любовь, Хочу о ней только петь, хочу в любви я гореть. Ты - половинка моя, скучаю я без тебя, Ну где же ты, любовь мояя? Припев: Любовь моя, где же ты? О ком мои все мечты? Хочу тебя я найти, счастье с тобой обрести. В своих объятиях когда прижмёшь, согреешь меня? Хочу тебя я найти, ну где же ты, где же ты? 2)Хотя устала я ждать, тебя я буду искать, И если встречу когда, узнаю сразу тебя. Взгляну в твои я глаза, и не смогу не сказать: "Давай с тобой будем мы всегда". Припев: Любовь моя, где же ты? О ком мои все мечты? Хочу тебя я найти, счастье с тобой обрести. В своих объятиях когда прижмёшь, согреешь меня? Хочу тебя я найти, ну где же ты, где же ты?
  • 1) Я думала во мне любовь уже мертва, В душе тоскливо и темно, так холодно. Казалось, больше не взлететь мне в облака, Я боюсь, что же дальше... Однажды в моей жизни появился ты, И просто превзошёл все мои мечты. Такой душевной не встречала красоты, Это - ты, ты, тыыы... Припев: Давай вдвоём будем мы, Ведь мы с тобой влюблены. Тебя терять не хочу, Любовь тебе подарю. (2 р.) 2)Теперь мне стало так тепло и хорошо, С тобою рядом мне становится легко. Согрей ты изнутри, как солнца луч, меня, Давай с тобой мы разожжём больше огняяя. Припев: Давай вдвоём будем мы, Ведь мы с тобой влюблены. Тебя терять не хочу, Любовь тебе подарю. (2 р.)
  • 1) Һөйөү уты күптән һүнгән ине миндә, Яңғыҙлыҡта миңә һыуыҡ шул күңелдә, Өмөт ҡанаттарым һынған ине осорға, Нишләйһең, яҙмышҡайым. Ҡараңғы донъямды яҡтыртып килдең һин Һәм бар булған хыялдарымды ашырҙын, Мындай бәхет осратырға мин көтмәнем, Ул бит һин, һин, һиииин. Ҡуш-та: Әйҙә бергә булайыҡ, Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ, Һине юғалтаһы килмәй, Һине генә йөрәк һорай. Әйҙә бергә булайыҡ, Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ, Һине юғалтаһы килмәй, Һине генә йөрәк теләй. 2)Һинең менән бәхетем йетенсе күктә, Күңелемә рәхәт булһаң һин янымда, Ҡояш нуры кеүек индең һин йөрәккә, Һөйөү ялҡынында янайыҡ беҙ бергә. Ҡуш-та: Әйҙә бергә булайыҡ, Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ, Һине юғалтаһы килмәй, Һине генә йөрәк һорай. Әйҙә бергә булайыҡ, Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ, Һине юғалтаһы килмәй, Һине генә йөрәк теләй. Әйҙә бергә булайыҡ, Мөхәбәткә сумайыҡ. Һине мин ныҡ яратам, Һөйөүемә уратам.