Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 65

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Яңы яуған ҡарға баҫып Тағы яңы йыл килә Сыҡһаң уның ҡаршыларға Йә моңаям, йә көләм Ябалаҡлап яуа ҡарҙар Битемә ҡунып ирей Иҫке йылдан яңы йылға Улар ҙа күсеп йөрөй Ҡушымта: Хәлең нисек, сәйер миңә Үткәндәрҙе онотоп Мөмкинме һуң был ғүмерҙе Тик бер аҙ ғына оҙатыу Ябалаҡлап яуа ҡарҙар, Үтте тағы бер йылым. Эшләнмәгән күпме эш бар, Йырланмаған йырҙарым. Ҡар һырыған аҡ ботаҡтар, Әйтерһең, сабый ҡулы. Юҡ, моңайма, шатлан тиеп Ҡул һуҙа ... һеңлем
  • Һағынғанда аҡҡан һыуға ҡара, Һыуҙар булып шаулап мин ағам. Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. (х2) Һағынғанда болоттарға ҡара, Ҡара болот булып мин ағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам. (х2) Һағынғанда яуған ҡарға ҡара, Аҡ бурандар булып мин яуам. Аҡ бурандар аҙаштыра тимәм, Һине аҙаштырған мин һаман. (х2) Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам.
  • Ағыла ла болот ағыла Тауҙар аша ауылым яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ни тип әйтһен: берни белмәй ул, Хәбәре юҡ минең йөрәктән. Мине бары сылатып үтте Аҡ ҡайындар менән беррәттән… Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?!
  • Йәшел хәтфә болондарҙа Эҙләнем эҙҙәреңде. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Гөлдәремә ҡарағансы, Күҙ нурын ҡалдырһаңсы. Яндырғансы ғәйбәттәрҙе, Ғүмерҙе яндырғансы. Аҡҡоштарҙың ҡанат еле Ишелә сәстәремә. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. (Ф. Әбдрәшитов муз., У. Кинйәбулатов һүҙ)
  • Йәшлек үтте ярһыу дауыл һымаҡ. Ҡалды унда беҙҙең яҙмыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, һүнә күрмә, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Көҙҙәр еткәс йәшеллеген йыуа, Һары төҫкә керә ҡамыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, моңайма һин, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Ерҙә шундай дәртле гөрләүектәр, Һаҡланып ҡал яҙғы тауыштарға. Ғүмер үтә тиеп өҙгөләнмә, Һағышланма күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. (А. Ҡобағошов муз., Г.Рәхим һүҙ.)
  • Уҡынып, уҡынып, уҡынып сығам өйҙән мине һаҡлаған бер йыл буйы мин ныҡ туйҙым Һерелдәтә, һерелдәтә, һерелдәтә был һыуыҡ мин теләнем өйрәнергә бөтмәҫ китабын уҡып йәшәргә Ышаныс этемә ҡул һуҙам, ҡанатҡансы тешләтәм. Икеләтә, икеләтә, икеләтә ҡыйын, сөнки күп асыҡ-асыҡ ишектәр мин буталдым - ҡайһыһы минеке? Һин айҙан һикерҙең ергә сәсрәйем, тип бөткәнбеҙ болғап башты эстән иҙеп Ер ул тетрәһен! Шул кәрәк ине! Диңгеҙҙе гиҙер өсөн төбөнә тейгән кәмәһе кәрәкмәне. Шул минең теләктәрем әрәм итте. Әллә инде, һинән буламы кеше? Һул яҡтағы шайтаның ыржайта тешен! Яңы ҡом алып кил ҡом сәғәтеңә Бәлки шуға ла ваҡыт (һине) ҡол тип сәсрәтә? hook by Kem? x Yalagay яҡты, яҡты тыштан эстән яндым, яҡын, яҡын булып һин ҡал яҡын! Ғәйепле, тип уйлап үҙемде батырам Ҡотҡар һин зинһар, ҡотҡар һин бынан! Аҙналар аҙналар аҙналар йүгерә спринт Был бик ҡыҙыҡ түгел Был бик үкенес хәл Серле ғаләмгә һүгенеү әҙ Сабауыл, сабауыл, сабауыл* яһау эске донъяма ғәҙәткә ингән. Мине бит өйрәтмәнеләр тик әҙергә генә. Ләкин беҙ әҙер кемгәлер Күҙәтәле нисек һинең үҙгәрә телмәрең ҡалай ғына күмһәләр, беҙ үҫәбеҙ барыбер. Йоҡо бөтмәгән күҙеңдә ашҡаҙанда ҡыуаныс кисәгенән Үҙеңде һин алдайһың нисәнсегә? Һинең кәмәң шул уҡ ярға барып сәнселә. Һин әйт миңә ҡасан һин яңы юл табырһың? Юйып быныһын Минең нәҙек муйынымды уйым һығыр Ваҡыт менән икәү Ҡомон алып кил эшләп китер сәғәтең Һин татымаған емештәрҙе ваҡыт тәмләтер. [Outro] Һелтәнеп ҡасаһың яҡшылыҡтан, сөнки яҡшылыҡ алданы Был фортепиано ҡаралы-аҡ клавишаһын ҡара әле, баҫ әле сығарып ҡара моңон, ҡыҙығып ал әле Был фортепиано ҡаралы-аҡ, ышанып ҡара әле, баҫ әле, баҫ әле сығарып ҡара моңон, ҡыҙығып ал әле Был фортепиано ҡаралы-аҡ клавишаһын ҡара әле, баҫ әле. Был фортепиано ҡаралы-аҡ, ышанып ҡара әле, баҫ әле, баҫ әле баҫ әле, баҫ әле (4х)
  • Һин минең хаҡта оноттоңмы, Инде башканы таптыңдамы? Ә минең күңел бары тик һиндә генә. Онотоп булмай куҙҙәреңде, Һыуытып булмай хистәремде, Йөрәгем яна һаман да һин тип кенә. Кемдер яңғыҙы йондоҙҙар һанай, Кемдер тик һине онота алмай, Кемдер ныҡ һағына, Кемдер ныҡ юҡһына, Кем булһын ул мин, Йәнем, ул бит мин, ул мин. Ңиңә бер түгел юлдарыбыҙ, Ңиңә ай(ы)рылды ҡулдарыбыҙ? Һинән башҡа йәм таба алмайым мин. Булмаһаң да һин яндарымда, Ҡалдың мәңгегә уйҙарымда, Мин дә һагындым тип һин дә сыҡ ҡаршыма.
  • Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Күҙҙәреңә ҡараныдым да, Ҡатып ҡалдым урынымда. Осраштырған беҙҙе Хоҙай, Бул юлдашым тормошомда. Төндәрем йоҡоhоҙ үтә, Уйҙарымда бары тик hин. Өҙөлөп hөйәм - был турала, Һайрар ҡоштар ишеттерhен. Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Күнелеңде яттар биләмәhен, Күҙ ҡараштарыңдан ирейем. Барыбер минеке булырhың, Мин өмөтөмдө өҙмәйем. Төндәрем йоҡоhоҙ үтә, Уйҙарымда бары тик hин. Өҙөлөп hөйәм - был турала, Һайрар ҡоштар ишеттерhен.
  • Туҡтап ҡалды атым, сапманы, Боролоштан саҡ-саҡ атланы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы, Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы. Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы, Сихри шампандарҙы атманы. Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы, Сихри шампандарҙы атманы. Туҡтап ҡалды атым, сапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы, Хәле бөтөп миңә ҡараны. Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы, Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны. Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы, Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны. Оҙаҡ торҙо-торҙо, Cапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы, Боролоштан саҡ-саҡ атланы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын Сәскәләргә күмеп булманы. Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы. Туҡтап ҡалды атым, сапманы. Оҙаҡ торҙо атым, сапманы.
  • 1.Ҡулда булған бәхет ҡошом Һин осорма күктәргә һин ашыҡма ул бит үҙе кире ҡайтыр тейәргә припев Яратһаң, өҙөлөп һөйһәң, Һин мине ятҡа бирмә Шикле уйҙарҙы кертмәйсә Икәү булайыҡ гел бергә. 2.Мөхәббәт тигән былбылды Ысҡындырма ҡулыңдан бер мәл юғалып ҡалырһың бәхет китһә ҡулыңдан 3. Киткәндәрҙең урынына Һағыш үкенеү ҡала Ниңә тигән һорау менән Уйлап уйҙарым тала.
  • Тыңла йөрәк тибешен, минен күкрәктә Наҙлы тауыш ҡайнар ҡанымды йугертэ Әйҙә бергәлшеп бейек был төндә Һылыу тик көттөрмә күңелем талпына Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә Серле төндә йәндәребеҙ бергә саҡта Яҙғы ҡарҙай ирерһең минең ҡосаҡта. Булыр уртаҡ бар уйҙарыбыҙ был төндә, Ҡалыр бәхет төнө хәтерҙә мәңгегә. Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә
  • 1. Һин минең янда, Йөрәгем яна, Яратып- яратылып Һәр көн уятырмын. Беҙҙең мөхәббәт- Йылы ҡояш, Иркә һүҙҙәремә Ире иренемдә... Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке. 2. Һинең хыялың Минең хыял, Йыһан беҙҙең өсөн Бирер һөйөү хисен. Бергә бараһы Юлдар алда, Ҡара ҡүҙҙәремә, Ышан һүҙҙәремә. Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. 3. Янып- көйөрмөн, Бер генәм, бер генәм, Өҙ(ө)лөп һөйөрмен Һине... Беҙ бәхетле, йәнем, Бергә булырбыҙ, Бергә булырбыҙ. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. Һөйгән йәрем...
  • Эх, минең ҡара байраҡ, Елберлә юғарыраҡ! Мин тик алға атлармын, Булырмын ялҡынлыраҡ. Яҡты ай, ҡара тупраҡ… Икеһе лә бик кәрәк. Мине көлгә ҡалдырыр Утты яндыр тиҙерәк! Һәр бер яңы еткән көн Өтә мине нығыраҡ. Аждаһа ҡанатылай, Елберлә, ҡара байраҡ!..
  • 1к Кэлэш алырга вакыт килеп етте тине эсэйем (Тебе жениться время пришло, сказала как то мама) Куп уйлап тормай, урам буйлап сыгып киттем мин (Недолго думая, на улицу вышел я) Озон аяклы сибэр хылыукайзарзы осраттым (Длинноногих красоток встретил я там) Улар арахында марий кызын окшаттым (И среди них я марийскую девчонку заприметил) припев: Кил, кил, кил, хин бында, таныш булайык (Давай подходи, будем знакомы) Мин Офо егете, Юлъкшин Радик (Я парнишка с уфы, Юлъякшин Радик) Мин хине окшаттым, анла хин шуны (Ты мне понравилась, знай это) Выходи за меня, прошу хине мин (Выходи за меня, прошу тебя я) 2к Якын таныштырыр коно килде эсэй менан (Теперь время подошло знакомить ее с мамой) Лэкин эсэйемден кунеленэ тап килмэнен шул (Только не пришлась она ей по душе) Сыгып киттем ауылга башкорт кызын эзлэргэ (Поехал в деревню искать башкирскую девчонку) Осраштык, таныштык, анлаштык, хэм короче было так (Увиделись, познакомились, пообщались и короче было так)
  • Йәшәргә өйрәтмәнеләр,үҙ юлымды эҙләп таптым, Алға атлап,тормоштоң һынауҙарына ҙурҙан һалдым! Кемдер минең менән һаман,кемдер ирекһеҙлектә, 228 һандары өсөн улар ситлектә… Кемдер эҙен дә ҡалдырмайса китеп юғалды, Ул да булһа яңы ерҙә тормош башлап ,шунда ҡалды. Кемдер һаман да миңә дуҫ,кемдер инде дошман… Һәр бер нәмәгә ҡайғырып, быға хәҙер эсэм бошмай. Бер кемгә лә хәҙер ул нәмәләр сер түгел, Кемдер кемделер һата,ә кемдер һатыла… Бәлки шулай кәрәктер,бәлки шулай дөрөҫөрәктер, Был донъяла шулай бәлки йәшәүе рәхәтерәктер. Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Берәүһен юғалттым,икенсеһен эҙләп таптым. Кешегә ышанмай, яңы тормошҡа аяҡ баҫтым. Кемделер оноттом,кемделер ҙә иҫкә алмайым. Намыҫ тигән нәмәм таҙа шуға ла мин ҡайғырмайым, Артабанда мин тырышып ҡына алға атлайым, Артҡа ҡарамайым,үткәнде йыш иҫкә алмайым. Кемдәр минең менән бергә атлай бер тулҡында, Бер ниндәй байлыҡҡа һатмайым да,алыштырмайым. Шулай үҙемде өйрәттем,һүҙ бирҙем үҙемә! Сөнки был тик минең уйын,һәр саҡ торам үҙ һүҙемдә. Спектакль да бөтөр һалҡын ҡыштың бер көнөндә, Ҡылған эштәрем хәтерҙә ҡалыр ,яҙылып исемемдә. Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Бына,был әҫәр ҙә тамам… алҡыштар…тамаша ҡысҡыра - на БИС!- тип. ләкин һалҡын ҡыш,күҙем йолған. Тамам… Шуның менән минең ғүмеремдә,төп ролем уйналған…
  • 1)Бала саҡта тиҙ үҫәһе килә, Ә унан һуң йәш ҡалаһы килә. Ваҡыт шулай үҙ ҡәҙерен белә, Уоу уоу уоу уоу уоу. Ашыҡмай юл ашыҡтырған саҡта, Етмәй ҡала бик күп осраҡта. Минут һанап, ваҡыт һораһаҡ та. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4) 2)Көндәр үтә кинәт иҫкән елдәй, Күңел генә ниҙер көтә эҙләй. Ғүмерҙең дә үткәндәрен һиҙмәй, Уоу уоу уоу уоу уоу. Барына ла өлгөрөргә кәрәк Шуға күрә йүгерәбеҙ тимәк Ашығыуҙан ярһып тибә йөрәк. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4) 3)Ваҡыт хужа бөтә ғәләмгә лә Киләсәккә бөгөн үткәнгә лә Ул буйһынмай ҡаты әмергә лә. Был донъяла ваҡытлыса барҙар Үтеп китә шатлыҡтар ҙа зарҙар Тарих булып тороп ҡала йырҙар. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4)
  • Күпме юлдар үттем был донъяла, күпте күрҙем, күпте кисерҙем. Әсәйемдең ҡулдарындай йылы, йомшаҡ ҡулдары бүтән күрмәнен. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. Аңламаған саҡта бер кемдәр ҙә, аңлар инең мине hүҙhеҙ ҙә. Ҡулдарыңа алып ҡулдарымды йомшаҡ ҡына һыйпар инең дә. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. Йөрәгемдең бар йылыһын ҡушып, йырлар инем һиңә йырымды. Һиңә генә hөйләр инем дә бит шатлығымды, ҡайғы-зарымды. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. (Г.Миндигулов муз., Г.Рәшитова һүҙ.)