Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 48

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Йөрәгҽмдҽң түрҽндә Халҡымдың рухи мираҫы Уралымдың ҡырҙары Башҡорт халҡының йырҙары Яратам мин халҡымды Һоҡланам мин халҡымдан Мәзәҡәтлҽ һылыуҙарҙан Бар ҽрҙә лә һынытмаҫ Көслө рухлы батырҙарҙан Яратам мин халҡымды Бәхҽтлҽмҽн тыуғанға Ғәзиз Башҡортостанымда Бар йөрәктән һоҡланам Тырыш һәм көслө халҡымдан Яратам мин халҡымды
  • Йырланыр йырым булып кил, Йәнем, ҡарлы бурандарҙан. Әллә ниндәй шомло тынлыҡ, Беҙҙең йөрөр урамдарҙа, Беҙ йөрөр урамдарҙа. Ҡушымта.Уятыр моңом булып кил, Татлы йоҡоларҙан, иркәм. Таң йондоҙон тетрәтермен, Был йырым менән, иртән. Уятыр моңом булып кил! 2)Күрешергә юраһамда Килмәҫһеңдер инде бер ҙә, Хяллым булып ҡалаһың Һине таба алмаҫ ерҙә.-2тапҡыр Ҡушымта.Уятыр моңом булып кил, Татлы йоҡоларҙан, иркәм. Таң йондоҙон тетрәтермен, Был йырым менән, иртән. Уятыр моңом булып кил! 3)Балҡыр ҡояшым булып кил,-2 т. Яҡтырт ғүмерем таңдарын. Йылытҡанда, йырлатҡанда, Һөйөү икәнен аңларһың.-2 т. Ҡушымта.Уятыр моңом булып кил,- Татлы йоҡоларҙан, иркәм.-2 т. Таң йондоҙон тетрәтермен, Был йырым менән, иртән. Уятыр моңом булып кил!
  • Кем ғәйепле, иркәм, минме әллә, Ниңә генә, ниңә айырылдыҡ? Мөхәббәттең татлы минуттарын Ҡыҙғанмайынса ниңә ҡайырҙыҡ? (2 раза) Кем ғәйепле хәҙер үткән өсөн, Һинең дә бит барҙыр ғәйебең. Айырылһаҡ та, онотолмаҫ үткән, Таш түгел дә минең йөрәгем. (2 раза) Күпме генә бергә йөрөп ҡалдыҡ, Һөйөү миҙгелдәрҙә йәндәшем. Яңғыҙлыҡҡа беҙ ҙә өйрәнербеҙ, Мөхәббәт ул - ҡайнар күҙ йәше. (2 раза)
  • Ғәрәбәнән теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ғәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән, Тапмаҫ был тип уйлама, табырмын, Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. Ынйыларҙан теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ынйылары ҡайһы ғына яҡтарҙан, Мин ҡағылган ҡайнар ҡулҡайҙарыңа Ҡағылдыра күрмә бер үк яттарҙан. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. Ғәрәбәнән теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ғәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән, Тапмаҫ был тип уйлама, табырмын, Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. (2 раза)
  • Етегән шишмәләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ, Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу. Көмөш hыуҙар аға, ҡоштар hайрай, Шул саҡтарҙа бигерәк, шул саҡтарҙа бигерәк яманhыу. Етегән шишмәләргә йөҙөк hалдым, йөҙөк hалдым, Етегән йондоҙ күреп ҡалhын тип. Йәнкәй-йәнәш алhын да ҡыуанhын, Вәғәҙәләрем булып, вәғәзәләрем булып ҡалhын тип. Етегән шишмәләрҙең талы бөгөлә, талы бөгөлә Әкрен иҫкән йәйге елдәргэ. Һеҙ ҡалаhығыҙ инде, беҙ китәбеҙ, Беҙ китәбеҙ йыраҡ, беҙ китәбеҙ йыраҡ илдәргә.
  • Яҙғы ҡояшҡа оҡшашһың, Утҡа тулышҡан тәнең. Кем генә татыр туймайса, Был һуттың бөтә тәмен? Үҙең дә түҙмәй көтәһең, Шул берәү һөйөклөндөрөр. Яҙһын һиңә, аңлар инең, Шул мәлдең бөйөклөгөн. Припев Һығылып түгел, һағынып Иҫләсе шул таңыңды. Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды. Ниндәй булыр көткән мәлең, Ул хис әллә ҡарғыш. Ҡорбан атҡан йыртҡыстай Ҡапламаһын һағыш. Яҙғы һуҡмаҡтан атлығып, Яҙмышыңа сабаһың. Әллә бәхет көтә һине, Әллә утҡа табан. Припев Һығылып түгел, һағынып Иҫләсе шул таңыңды. Һеҙҙе ҡотлап, моң ураһын Һеҙ гөрләшкән ҙур табынды.
  • Күңелеңде киң тотһаң, Барған ергә барып етерһең. Осрар һиңә аждаһалар юлда Уларҙы һин еңеп үтерһең. Припев Бер йылмайһаң - елде уйнатаң, Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға. Ғүмереңдә күпме юлдар Үтте һинең аяҡтарың? Һинән һуң йөрөй бәйет, Кем булдың һуң һин, әҙәм? Припев Бер йылмайһаң елде уйнатаң Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға.
  • Мине эҙләп һин йөрөмә, Айлы төндә, яҡты көндә эҙләмә. Өлгөрмәй төн көнгә. Елдән һорама, Ерҙә эҙләмә. Эҙем бар минең һыуҙа, Йөрәгең һиҙһә эҙлә. Күренермен һиңә айҙа, Күңелең тартыр һине йондоҙға. Тик мин булырмын ерҙә Һинең яныңда. Саф йәнеңдә Бәхетле булғың килһә, Йәнеңде осор миңә. Мин, мин һиңә кем инем, кем инем? Хыялың, һөйгәнең? Мин тыуманым ерҙә һиңә. Күҙ йәшем. Йыһанға миңә ос.
  • 1)Бер нисә генә йыл элек беҙ Бер беребеҙҙе белмәй инек Һәм булдыҡ бәхетхез Яңғызлыҡ исемлек ситлек эсендә Интекте йорәк куреп мөхәббэтте тик төшөндә Һәм бер яҡты көндө, донъяны йәмләп һин осоп килдең Ике яңғызлыктың ҡушыулыуы тыуҙырҙы һөйөү уты Ҡушымта: Бөтә уйым, бөтә хисем Бөтә хыялдарым хинен исем Ирендәрең, саф куҙҙәрең Ожмахтарға хине күтәрер Беҙ мәңге булырбыҙ Һөйөү һәм бәхет менән тулырбыҙ Тормоштоң дауылың, бергә бергә еңербеҙ һылыүым Еееа еееа бергә бергә еңербеҙ һылыүым 2) Һин минең тың алышымда һин минең шашҡан пульсымда Йәнемдә, йорагемда һөйөклөм һинең үсында Мин һине ранйетмаҫмен ауыр һүҙҙәр әйтмәҫмен Һәм бер ҡасанда бер ҡасанда хыянат итмаҫмен Рәхмәт һиңә йәнем, тың алыу өсөн , һөйөүҙең тәмен Ике йөрәк уты бар ғәләмде яҡтыртыр һәм йылытыр 3)Берҙән берем, мөхәббәтем һиндә таптым мин ысын бәхетте Был донъяла, йәшәү көсө Бирелгән беҙгә тик һөйөү өсөн
  • Булһа булһын ерҙә меңәр йондоҙ Һиңә осор инем туп-туры Минең өсөн иң-иң аҡыллыһы Минең өсөн иң-иң матуры. Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа, Саҡыр мине килеп етермен. Күңелеңдең әрнең һағыштарын Үҙем менән алып китермен. Минең йәнем һиндә Үҙемдәндә яҡын һин миңә Кәрәк буһа булған ғүмеремде Бүләк итер инем мин һиңә. Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа Саҡыр мине килеп етермен Күңелеңдең әрнең һағыштарын Үҙем менән алып китермен. Булған бәхетеңдең ҡәҙрен белеп Рәхәтләнеп йәшә йәнәшем Гел шат булһын һинең күңелдәрең Гел йылмайып торһон ҡарашың Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа Саҡыр мине килеп етермен Күңелеңдең әрнең һағыштарын Үҙем менән алып китермен.
  • Омотлэнэ эсэйен, омотлэнэ атайын Омотлэнэн hИн - касан торан, атлайын. КАйгыга батмайын, hузенде hатмайын, Тик алга ынтылан - туктаузы яратмайын. hИнен хыялдар hуззэрендэ сагыла, hУззэрен йыр булып агыла тагыла. Халкым уятам тип кыскыран тагыла, Йунhез ишетмэс уны, акыллыга кагыла. Э кемдер ял итэ клубта Ярата ялангас боттар. Эсэ шарап, ял итэ hуттар, Яна уттар , яна уттар. "Бар донъяhы" асык кыззар, Мэгэнэhез монhоу йырзар. Белмэй кемдэн бала табырзар? Кайза батырзар, кайза батырзар? ОМОТТЭР ТИК БЕЗЗЕН КУЛДА ОМОТЛЭНЭ КЫЗЗАР-УЛДАР АСЫК БЕЗГЭ БОТЭ ЮЛДАР УТЭ ЙЫЛДАР, УТЭ ЙЫЛДАР Асылhын куззэр, типhен йорэктэр, Кабул булhын беззен телэктэр. Ышаныгыз, кутэрегез без бит йэшерэктэр, Килэсэк беззен кулда - без hеззен терэктэр. Тарих биттэрен алып истэргэ Онотмабыз тотонганда яны эштэргэ. Коротмагыз йолалар юл бирегез йэштэргэ, Богон кэнэгэт йэшэйбез, э бар иртэгэ! Тарихта яны бит язырзар, Элбиттэ яны бит янгырар. Омот hугарылган йырзар, Кыззар - батырзар, кыззар - батырзар, Иманлы юлга басырзар, Эшэкелектэн касырзар, Изгелеккэ юл асырзар, Кыззар - батырзар, кыззар - батырзар! ОМОТТЭР ТИК БЕЗЗЕН КУЛДА ОМОТЛЭНЭ КЫЗЗАР-УЛДАР АСЫК БЕЗГЭ БОТЭ ЮЛДАР УТЭ ЙЫЛДАР, УТЭ ЙЫЛДАР
  • Ҡушымта: Һорайым, үтенәм, яратам һине иркәм, Күҙ һал ташлап миңә ҡарашыңды, Мин осам, мин еләм, янымда һине күрһәм, Юғалттым мин, мин башымды. Матур, сибәр, гүзәл, йәмле. Был һүҙҙәр хисле лә, был һүҙҙәр тәмле, Был һүҙҙәр һоҡланыу ҙа, был һүҙҙәр көнләшеү, Был ирешеү ҙә, был һүҙҙәр килешеү. Ғашиҡ булдым мин әкиәт һылыуына, Тағы бер эләктем амурҙың уғына. Йөрәк тибеуе йышая, ни эшләргә белмәйем, Хистәрем усағында яңғыҙым, янып мин йәшәйем. Хыялланам һинең турала, йырҙарым йырлайым, Һинһеҙ был донъяла мин йәшәй алмайым. Тағы осрашыуҙы өҙөлөп көтәмен Тиҙҙән буласаҡ был, һиҙәмен, беләмен. Тик таң менән таң ғына осрашмаясаҡ, Мөхәббәткә ышанмаған ғына ҡауышмаясаҡ. Килер был көн күрермен һылыуымды, Йөрәктән урғылған йырлармын йырҙарымды. Ҡушымта. Күрмәйһең, ишетмәйһең, иғтибар итмәйһең, Берәүҙе лә көттөрмәйһең, берәүҙе лә көтмәйһең, Сәләмемде алмайһың, сәләм дә бирмәйһең, Һин тиеп йәшәгәнемде тик һин генә белмәйһең. Аҡҡошом, һандуғасым, айым һәм ҡояшым Тәү күреүҙән иҫерҙем мин, юғалттым мин башым Һинең ҡара күҙҙәрең, һинең ҡара ҡашың Күрһәм уларҙы мин ташып түгелә хистәрем шашып Йөрәгемдән, ни эшләргә миңә, Һылыуҡайым ыҙалатаң мине улай ниңә. Беләмен хыялыңда, йөрәгеңдә, күңелеңдә Йәшәй көслө, аҡыллы, матур батыр һинең дә. Минең йылы ҡосағым һине һаман көтәлер, Ирендәрем иренеңде һаман һаман көтәлер. Төшөмдә лә, өнөмдә лә һинең менән генәлер, Бәхет ҡошо ҡулыма ҡасан ҡасан эләгер. Донъяға йәм һибеп, урамдарҙан үтәһең, Аңғармайһың һин мине, һына күпме күрәһең, Алла осраштырҙы беҙҙе, миңә текләп ҡараның, Хыялыңдағы батырыңды һин миндә танының. Ҡушымта. Диуаналай хыялландым, һинең турала уйландым, Һине осратып бергә ҡалғас, балалай ҡыуандым, Мөхәббәтебеҙгә тоғро булып ҡалам, Һылыуым, сибәркәйем ЯРАТАМ!!!
  • 1. Һине осраттым да, йәнем, Әйләнеп тә китте башым. Һинең уйҙарың белмәгәс, Бөтөп китте сабыр - ташым. Һүндермә инде дәртемде, Әйтсе, аҙаҡҡы һүҙеңде. Көтә алмайым башҡа бер көн, Икәүҙән һайла һин берҙе. Ҡушымта: Был йөрөүҙәрең тейҙе йәнгә! Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла, Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла. Ла-ла-ла-ла, Булыр, һине һөйәм, тигәндәр, Ла-ла-ла-ла, Мине һайла! Юҡ, мине һайла! 2. Ике йөрәк араһында, Кем һуң яҡыныраҡ һиңә? Алдайым тип уйлама ла, Аныҡ яуап кәрәк миңә. Һөйөүем уйынлы түгел, Йөрәгемде үртәмә һин. Башҡайымды бутама әле, Ғазаплама, яндырма һин.
  • 1)Йырҙарымды һиңә арнап, Сәхнәләрҙән торам ҡарап, Аңлайһыңмы, хисемде, Донъялағы иң сибәр ҡыҙ. Ҡараштарың - ҡайнар ут ул, Әйтсе миңә, миңә исемең. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген. 2)Матур итеп ҡараның да, Йөрәктә ут ҡабыҙҙың да. Үтеп киттең янымдан, Тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Һинән генә хәҙер уйым, Сулпаным һин таңымда. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген.
  • 1. Көн буйына телефон ҡулыңда, Иртән торғас та, һин лайктар тикшерәң. Уҡыуҙар кәрәкмәй, дуҫтар ҙа кәрәкмәй, "Нисек кенә миңә популяр булырға?" Инстаграм һәм ватцап, Фейсбук, ютуб, контакт, Социаль селтәрҙә йәшлегебеҙ үтә. Ә нимә һуң кәрәк? Йәшәү булһын рәхәт, Туғандар яныңда, Һин мине тыңла: Ҡушымта: Бер ниндәй ҙә ғәйбәт һүҙ һине һындыра алмай, "Был ишек һинең өсөн ябыҡ, килеп сыҡмай, Һиндә өмөт юҡ, хыялдарыңды һин ташла " - тиһәләр ҙә, Моңһоуланма, уңыштарың - алда! Көнсөллөк бөтмәҫлек ерҙә, тик бөтәһе лә һинең ҡулда! Хыялға ҡаршы атла, ихлас йәшә, мөғжизә һиндә! 2. Көн һайын миллион лайктар булһа ла, Һиңә бер ҡасан да бәхет килтермәҫ. Социаль селтәрҙә ваҡытыбыҙ үтә, Күңел бушлыҡтан ҡайҙа дауа табырға? Китаптар, тәбиғәт, дуҫтар һәм мөхәббәт Күңелде йәшәтә һәм илһам бирә. Хыял, мәҙәниәт, тышта йөрөү - рәхәт. Минең менән йырла һәм ихлас йәшә!
  • Ҡупшыланып гөрләп сәскә атҡас, Һин ултыртҡан һомғол алмағас, Алмағасты ҡосаҡларҙай булып, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Хозурланып таңғы офоҡтарҙа Һин яратҡан йондоҙ ҡабынғас, Йондоҙ нурҙарына талпынғандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Айырылыу һағыштарын йотоп, Һине һуштан яҙып һағынғас, Уфтанма! – тип наҙлап йыуатҡандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
  • Хуш тип китте ул, hинең hөйөүеңде аңламай. Кире ҡайтырмын тине, үтте инде нисә ай. Иң бәхетле көндәрҙе иҫкә алаhың илап. Күпме көндәр үткәрҙең берҙән-береңде уйлап. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза) Һиңә ҡыйын, ә ул юҡ, сәстәреңдән hыйпамай. Һауа торошо шул уҡ: елдәр иҫә туҡтамай. Һуңғы хатынды алып, бәлки, ул үкhеп илар, Бәлки иртәгә килеп hиңә ошо йырҙы йырҙар. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза)