Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 72

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • 1.Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша Һау бул инде тыуған оябыҙ. Офоҡтарға ҡарап осар өсөн, Иңдәрҙә беҙ ҡанат тоябыҙ. Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары! 2.Алда әле заман имтиханы, Күп һынауҙар әле үтәһе. Маҡсаттарға әле ирешәһе, Хыялдарҙы ысын итәһе. Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы. Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары! 3.Офоҡтарға беҙҙе саҡырҙың һин Күңелдәргә бирҙең ынтылыш Һуңғы звонок бул һин беренсеһе Һин ҡаршы ал беҙҙе ҙур тормош Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы. Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары!ृ
  • 1.Таңдан тороп, юлға сығам Тәбрик итер өсөн улымды. Тыуған көнөн менән ҡотлап, Бирермен тип уға ҡулымды. Припев Ашҡына ,ашҡына мин барам яныңа, Һин минең ғүмерелек илаһи терәгем. Улым тип ашҡынып балам тип талпынып тибәлер һәр ата әсәнең йөрәге (2р) 2.Ир -егеттәр тыуа ергә, Һис зарланмай ауыр яҙмыштан, Һин дә улым шул тоҡомдан, Ләззәт тапҡас ғәйәт ҙур эштән. 3.Беҙҙең теләк -сәләмәт бул, Күр изгелек һөйгән кешеңдән, үҙ балаңдан, дуҫ иштәрҙән, Көндө көнгә ялғар эшеңдән.
  • Рәсем булһаң, һайлар инем Рәсемдәрҙең үтә гүзәлен Балам ҡайғы күрмәһен тип, Күҙ йәштәрен түкмәһен тип, Өҙмәһен тип, юҡҡа үҙәген. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош. Ҡоштар булһам, теләр инем Тик оҡшарға бәйһеҙ аҡҡошҡа. Йәшәү көсө булһа көслө, Яҙғы ҡояш нуры төҫлө, Алыр инем үҙемә яҙмышҡа. Эй, һин яҙмыш, Шөкөр ит һин ошо тормошҡа. Аҡҡош көнөн кемдәр күрер, Уға оя кемдәр үрер, Ғашиҡ булмаһаң һин яҙмышҡа. Йәшәү өсөн, табып көсөн Ғашиҡ булһын кеше тормошҡа. Үҙе тапһын, аҫыл ташын, Үҙе тапһын, йөҙөк ҡашын, Аҡ бәхеттәр тыумай ул бушҡа. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.
  • 1.Яҙғы урман буйҙары Яңғырай кәкүк моңдары Ямғыр яуғас тарала Йәйғор нурҙары ҡушымта Күктә йәйғор нурҙары Ерҙә ямғыр һыуҙары Йөрәгҽмдә бҽр гҽнә Иркәм һин гҽнә 2.Болоттарҙан юғары Уралымдың тауҙары Уйнай тауҙар үрҽндә Йәйғор нурҙары 3.Һин сәскәмдҽң наҙҙары Һин һөйөүҙҽң яҙҙары Йөрәгҽмдҽ яҡтырта Йәйғор нурҙары
  • Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға
  • Хоҙайҙан яҙған һәр беребеҙгә Күпме ғүмер юлын үтергә. Кемдер алдараҡ, кемдер һуңыраҡ Барыбыҙҙың юлы - бер ергә Ҡушымта: Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып Ваҡытлыса түгел, мәңгегә. Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы, Эх, күрешеп бер һөйләшергә Алдан киткәндәр белмәйҙәр микән Юғалтыуҙың әсе ҡазабын Ҡалғандар белә, ташлап киткәндәр Яндарына кире ҡайтмауын Ҡушымта: Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып Ваҡытлыса түгел, мәңгегә. Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы, Эх, күрешеп бер һөйләшергә Кемдер яҙмыштан, кемдер яңылыштан Китеп бара ҡала донъяла Күрешеп булмай, һөйләшеп булмай Ҡабул булһын ҡылған доғалар Ҡушымта: Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып Ваҡытлыса түгел, мәңгегә. Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы, Эх, күрешеп бер һөйләшергә
  • йәнҽмдән ҡәҙҽрлҽрәк һин бит минҽң тҽрәгҽм бҽргә типһҽн йөрәктәр тик шул тҽләгҽм припҽв: һин минҽң һин минҽң һин минҽң тулған айым тамъяйым тамъяйым бҽргә булайыҡ эй тылсымлы мөхәббәт ҡуя тимдәргә ҡанат ҡоштарҙай талпынамын күктәргә ҡарап припҽв 2 раза ялҡынлы хистәрҽмдҽ һалып ҡуй йөрәгҽңә осорға булған тҽләк тик һиндә гҽнә (2 раза) припҽв 2 раза
  • Абағалай серле һинең мөхәббәтең, Ҡасан сәскә атыр – белмәҫһең. Өҙгөләнеп һине, һине саҡырһам да Ишетмәҫһең инде, килмәҫһең. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Карурманға кердем бары һине эҙләп, Күрһәтер тип юлды абаға. Сәскәһенең сихри яҡтылығы һине Ярҙам итер тиеп табырға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Шундай матур итеп, сәскә ата, тиҙәр, Тирә-яҡты күмеп яҡтыға. Абағаның шулай сәскә атмауын да Юрайһылыр, бәлки, яҡшыға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.
  • Куплет: Ҡыҙыҡ түгел был донъя ла саф хис булмаһа, Йәнгә рәхәт әғәр кемдер һине генә уйлаһа предприпев: Бар юҡтан шатландырһа Ҡанатландырһа припев: Мин бәхетле яратам тип әйтер кешем бар Мөхәббәтһеҙ киң донъялар була бит ул тар Ишетһендәр бөтәһе лә донъя яңғыратам Онотолоп, хыялланып һине яратам Куплет: Осам һинең яндарыңа иркәм мине ҡаршы ал Бары һинең ҡосағыңда йөрәгемә ял предприпев: Ҡулыңды ҡулыма һал Мәңғелеккә ҡал припев: Мин бәхетле яратам тип әйтер кешем бар Мөхәббәтһеҙ киң донъялар була бит ул тар Ишетһендәр бөтәһе лә донъя яңғыратам Онотолоп, хыялланып һине яратам
  • 1. Төн, төндәр һеҙҙә күпме серҙәр бар Аңлат миңә аңларға кем бар Төндәр үтәм көндәрем үтәм Мин эҙләйем, мин һине көтәм ҡушымта Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙарҙа һиңә барыр юлдар Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙарҙа минең наҙлы ҡулдар Мине аңлар күҙҙәр, мине аңлар күҙҙәр 2. Ҡар, яуа ҡарҙар, тәүге аҡ ҡарҙар Һинһеҙ һалҡын яратҡан ысын йәр Ҡарҙар эрер, ҡыштарым үтәр Мин эҙләйем, мин һине көтәм ҡушымта: шул уҡ 3. Төн үтеп китер, һағышлы төнөм Кил бәхетем булып һин минең Кәрәк түгел төндәрем бөтөн Мин эҙләйем, мин һине көтәм
  • тормош булғас төрлө саҡтар бар, була алдаҡ һәм дә хаталар. яңлышлыҡтан азат түгел бер кем, үҙ хатаңды төҙәт (бары) үҙең ынтыл алға, ҙур хыялға еңеп өйрән һынауын.. тик бер йәшәй кеше ерҙә, үкенерлек булмаһын. кеше һүҙе була икән тимәк алда бараһың. ғәйбәттәрҙе өҫтөн ҡуйып йәнгә яра алма һин артҡа ҡарап йәшәү кәрәкмәй, улар һине алға ебәрмәй. хыялдарың яҡты маяҡ булһын, шул хыялға барһын тик юлың ынтыл алға, ҙур хыялға еңеп өйрән һынауын.. тик бер йәшәй кеше ерҙә, үкенерлек булмаһын. кеше һүҙе була икән тимәк алда бараһың. ғәйбәттәрҙе өҫтөн ҡуйып йәнгә яра алма һин кеше бул, юғалма тормошта, алға юл, барырға тырышһаң ғүмер был, бары тик бер генә һин тейеш үҙеңсә йәшәргә. ынтыл алға, ҙур хыялға еңеп өйрән һынауын.. тик бер йәшәй кеше ерҙә, үкенерлек булмаһын. кеше һүҙе була икән тимәк алда бараһың. ғәйбәттәрҙе өҫтөн ҡуйып йәнгә яра алма һин
  • Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта булһаң да мәңге һине һағынырмын Үтте инде бергә булған бәхетле саҡтар Ҡалды инде уҡылмаған һин яҙған хаттар Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта булһаң да мәңге һине һағынырмын
  • Һин яраттың, тик мин генә Һине ярата алманым. Бәлки үҙең ғәйеплелер - Мине ҡарата алманың. Йөрәгеңдең ялҡындарын Юҡ, һин тарата алманың. Мине үлеп яратһаң да, Һине ярата алманым. Үҙгәртә алмайым бит үҙемде, Хаталанма, үтенәм. Һин яраттың, тик мин генә Яратмайым, тип үкенмәм. Үпкәләмә, ярата алмайым, Үҙ йондоҙоң табырһың. Мөхәббәттең усағында Бер саҡ дөрләп янырһың. Бәхетеңде табырһың һин, Һине ярата алманым, Һандуғаслы күңелеңдә Таң булып ата алманым, Һине ярата алманым,
  • 1)Ҡойоп ямғыр яуғайны ул төндө. Һин ҡушылып иланың, иланың. Йәш-йәш тама күҙҙәремдән, йәлләмә. Үҙең һайлаған йәрҙе, һөй әйҙә. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем. 2)Күңел әрнеп һыҙлауын күрһәтмәм. Һарғайһам да һағынып, һағынып. Юҡ-юҡ юлһыҙ юғалайыҡ ямғырҙа. Тамсы йөрәккә ҡамсы, ҡас һин. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем.
  • "Әсәй",тиеп купме йыр йырланған Күпме шиғыр юлы теҙелгән, Сөнки юҡ шул әсәйҙән дә нығыраҡ "Балаларым",тиеп өҙөлгән. ҡушымта Нисек кенә итеп еткерәйем Куңелдәге рәхмәт тойғоhон? Алдарыңа теҙләнәмен,әсәй, Маңлайыңдың убәм hәр hырын. 2) Уҙем әсәй куптән,тормошомда Әҙ эсмәнем яҙмыш hурпаhын Тик hаман да,ғәзиз әсәкәйем, Изге кәнәшеңә мохтажмын. 3) Ғүмереңде беҙгә бағышланың Фәрештәләй беҙҙе hаҡлайhың Ауыр саҡта тоям иңдәремдә hинең ҡулдарыңдың йылыhын
  • Йөрөйһөң,һин,йәнекәйем Ҡайҙарҙа ғына? Һиңә атап йырҙар яҙам, Һин тыңла ғына. Түңәрәк күл буйҙарында Йөрөгән инек беҙ. Бына тиҙҙән осрашырбыҙ, Күп ҡалманы,түҙ. Ҡушымта: Аҡ сәскәләр,аҡ сәскәләр Бүләк итәм һиңә. Аҡ сәскәләй аҡ бәхеттәр Теләйем һиңә.(2 тапҡыр) Түңәрәк күл эстәрендә Аҡ ҡоштар йөҙә. Пар аҡ ҡоштар бәхет юрай Ай,иркәм беҙгә. Мөхәббәттән осар ҡанат Үҫкәнме әллә? Ҡоштай осам һинең янға, Йәнем,шул хәлдә. Ҡушымта: Аҡ сәскәләр,аҡ сәскәләр Бүләк итәм һиңә. Аҡ сәскәләй аҡ бәхеттәр Теләйем һиңә.
  • 1) Керпегеңдән гөлдәр тама, Күрһәм йөрәгем яна. Һинең гүзәллекте күреп, Һандуғастар һоҡлана. ҡушымта: Ай-ли, йәнкәйҽм, яманһыу, Күрешмәгән саҡтарҙа. Күҙҙәрем гел юлдарҙа ла, Һин йәшәгән яҡтарҙа. 2) Күреш(әй)ҽк тә, осраш(ай)ыҡ та, Бергә саҡта көн йәмле. Икәү бергә булған саҡта, Һөйләр һүҙҙәр ҙә тәмле. 3) Көттөрмә һин оҙаҡ килмәй, Моңһоулатма күңелде. Мөхәббәткә алып килгән, Һин һуң үзең түгелме.
  • 1.Янда булған яҡындарың Йәшәүҙәрҙҽң аҫыл мәғәнәһҽ Һәр ваҡытта яҡындарҙы Шат йөҙҙәрҽн килә гҽл күрәһҽ Тормоштарҙың аяҙ күгҽн Бәхҽттәргә киләлә төрәһҽ 2.Һөйгән йәрҽң,балаларың Кәрәк һиңә дуҫтар,тыуғандарың Һәр ваҡытта яҡындарҙың Шат йөҙҙәрҽн килә гҽл күрәһҽ Тормоштарҙың аяҙ күгҽн Бәхҽттәргә киләлә төрәһҽ 3.Бҽргә бҽргә көндәр йәмлҽ Бҽр табында аштар бигҽрәк тәмлҽ Һәр ваҡытта яҡындарҙың Шат йөҙҙәрҽн килә гҽл күрәһҽ Тормоштарҙың аяҙ күгҽн Бәхҽттәргә киләлә төрәһҽ
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • Һағышланма көтөп һинҽң янға ҡайта алмағанға Һағышланма һаман көтөп һинҽң янда ҡалмағанға Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма Һағыш моңға һалып һинҽ уйлатҡанға ,асыуланма Һағыныу тулып йырҙарымды тыңлаҡанға ,асыуланма Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма Тик уфтанма ышан әлҽ килҽр яҡты киләсәккә Киләсәктҽ бына тиҙҙән бҽҙҙҽң бҽргә күрәсәккә Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма
  • Тағын юлдар ике яҡта, Ниңә инде белмәйем Ниндәй һынауҙар булһа ла, Барыбер йөрәк түҙәлер. Ҡояш кеүек йөҙҙәреңде, Төшөмдә көн дә күрәм. Тағын да беҙ осрашырбыҙ, Беләм, беләм,ай,беләм. Ғашиҡ булдым бер ҡарауҙа үҙеңә, Ярһыу йөрәгем,түҙ генә.... ҠУШЫМТА: Бер моң булып күңелемдә, Бер моң булып йөрәгемдә Тик һин генә яуланың Ай күңелемде, Бер моң булып күңелемдә Бер моң булып йөрәгемдә Тик һин генә ҡалырһың Мәңге йөрәктә... 2)Күңел түре гөлбаҡсаның, Тылсым тигән, нур -гөлө. Бер күрешеп аңлашырбыҙ, Тигән өмөт бар әле. Күпме саҡырымдар үтеп, Эҙләп киләм көт кенә. Уйҙар һағыныр кешең булыу - Ул үҙе бәхет кенә. Ғашиҡ булдым бер ҡарауҙа үҙеңә, Ярһыу йөрәгем,түҙ генә.... ҠУШЫМТА: Бер моң булып күңелемдә, Бер моң булып йөрәгемдә-ә... Тик һин генә яуланың Ай күңелемде, Бер моң булып күңелемдә Бер моң булып йөрәгемдә Тик һин генә ҡалырһың Мәңге йөрәктә...
  • Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ, Ата-әсә наҙын күргәнбҽҙ Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ, Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ. Бер туғандар бит беҙ! Бер оянан Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ, Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып, Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ. Бер туғаның өсөн йән атыуҙы Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар. Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы, Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?! Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн Бер туғандар итеп яратҡан. Мин яратам һеҙҙе, туғандарым! Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!!
  • Һорама минән хәлең нисек тип,һорама, Сабыр итәм генә, Күңелем осрашыуҙар көтә һинең менән,йәнем. Аңла һин минең һөйөүемде, Аңла һин минең һағышымды, Ҡош булһам осор инем һинең яндарыңа,йәнем припев Эх,килһэ инең бөгөн минең яндарыма, ләкин,йәнем минең,һин йыраҡта ғына, һағынам һине,иркәм мин бит ныҡ һағынам,йәнем Төнөн айға барып Асам мин йөрәкте, уртаҡлашам уға ысын күңелемде, белмәйем,нимә булды миңә, белмәйем,йәнем Аңла һин минең һөйөүемде, Аңла һин минең һағышымды, Ҡош булһам осор инем һинең яндарыңа,йәнем Һорама минән хәлең нисек тип,һорама, Сабыр итәм генә, күңелем осрашыуҙар көтә һинең менән,йәнем
  • Һине һөйәм,утта янам Уйҙарымда тик һин генә, ләкин етмәй ҡыйыулығым мөхәббәтем белдерергә Белмәйем,ни эшләйем,үлеп яратам ни эшләйем,түҙмәйем Ҡараштарым ала алмайым, Өнһөҙ ҡалам күргәнемдә ҡояш кеүек йылмайыуың ҡылын сиртә йөрәгемдең припев белмәйем,ни эшләйем,үлеп яратам ни эшләйем,түҙмәйем йәнем,һине һөйәм,тик әйтергә оялам, был донъяла тик һине генә үлеп яратам
  • Тыңла йөрәк тибешен, минен күкрәктә Наҙлы тауыш ҡайнар ҡанымды йугертэ Әйҙә бергәлшеп бейек был төндә Һылыу тик көттөрмә күңелем талпына Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә Серле төндә йәндәребеҙ бергә саҡта Яҙғы ҡарҙай ирерһең минең ҡосаҡта. Булыр уртаҡ бар уйҙарыбыҙ был төндә, Ҡалыр бәхет төнө хәтерҙә мәңгегә. Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә
  • Көтөлмәгәндә булды осрашыу Аса алмай ҡалдым тик йөрәгемде. Унда дөрләй усаҡ бик тә ҡыҙыу, Ҡараштарың тынғы бирмәй күңелгә. Йылдар, айҙар үтһә лә, Тағы осратыу өмөтө һүнмәне. Йылдар, айҙар үтһә лә, Күҙҙәрем һинең күҙҙәрҙе эҙләне. Күңелдәр ирей наҙлы ҡараштарҙан, Тән йылыңды ҡосағымда тойоу рәхәт. Күңелдәр ирей беҙ бергә булғанда, Төн килтерер йәнебеҙгә иң ҙур ләззәт. Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Ирендәрең ниңә һуң шундай ҡайнар?! Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Һиңә булған хистәрем утҡа һала. Ялҡында янам! Яҙғы көндәр ҡауыштырҙы беҙҙе, Һөйөү уты көтмәгәндә тоҡанды. Ғүмрем буйына көткән яҙмышым, Ҡаршылайыҡ бергә атҡан һәр таңды Йәндәр йәнгә тартылһа Йөрәктәр һөйөү сатҡылары һибә. Тәндәр тәнгә ҡағылһа Ул сатҡылар ҙур ялҡынға әйләнә.
  • 1 куплет Күҙҙәреңде хәтерләтә Күктәге серле йондоҙҙар. Хыялдарым һиңә илтә Булһа ла урау ҡатмарлы юлдар. Уйҙарымда ишегеңде асам, Яҡты йөҙөң балҡый ҡаршымда. Һин һағынғаң, мин дә һағынғам, Иретермен ҡайнар ҡосағымда. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем! . 2 куплет Таң яҡтыһы һыҙылғанда Күҙәтәм татлы йоҡоңдо. Икебеҙ төрлө булһаҡ та Уртаҡ шул уйҙар, уртаҡ шул тойғо. Һиңә булған мөхәбәт сафлығы Йылдар ағымына бирешмәҫ. Һин һаҡларһың, мин дә һаҡлармын Беҙгә яҙмыш биргән матур хисте. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем!
  • 1 куплет Осраштырҙы беҙҙе йәмле йылы йәй, Күңелем шул минуттан тынғы белмәй. Йылмайыуың тирә-яҡты яҡтырта, Ҡарашыңдан бар гөлдәр сәскә ата. . Ҡояш нурҙарына сумған бар донья, Наҙлы елдәр сәстәреңде тарата, Кескәй ҡулдарыңды алып усыма Шыбырлайым мин бәхетле һин аңла. . Һинең менән ҡыуанам яңы тыуған көндәргә, Һинең менән бәхетле бергә булған мәлдәрҙә, Һинең менән әҙермен тормош юлын үтергә, Һинең менән, йәнем, тик һинең менән, йәнем. . Ҡушымта (2 тапҡыр) Башым әйләнә һиңә булған тойғоларҙан, Һиндәй һылыуҙы таба алмам мин бер ҡасан. Миңә кәрәкмәй үрелеп алыу йондоҙҙо, Һин бит минең ай ҡыҙым. . Ай ҡыҙы, ай ҡыҙы, Һин бит минең ай ҡыҙы, ай ҡыҙы... . 2 куплет Көтөп алынған йондоҙло сихри төн, Икәүҙән икәү генә ҡалдыҡ бөгөн. Ҡосағыма алам һине һаҡ ҡына,a Йөрәгем тибешен яҡындан тыңла. Кескәй иңдәреңә саҡ-саҡ ҡағылам, Йән тыныслығы яндарыңда табам. Сәстәреңдең хуш еҫтәрен һулайым, Ғашик булыуымды шунда аңлайым. . Һинең менән ҡыуанам яңы тыуған көндәргә, Һинең менән бәхетле бергә булған мәлдәрҙә, Һинең менән әҙермен тормош юлын үтергә, Һинең менән, йәнем, тик һинең менән, йәнем. . Ҡушымта (2 тапҡыр) Башым әйләнә һиңә булған тойғоларҙан, Һиндәй һылыуҙы таба алмам мин бер ҡасан. Миңә кәрәкмәй үрелеп алыу йондоҙҙо, Һин бит минең ай ҡыҙым. . Ай ҡыҙы, ай ҡыҙы, Һин бит минең ай ҡыҙы, ай ҡыҙы...