Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песни про любовь на башкирском языке.
Страница 8

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.
  • Аҡ ямғырҙар үттеме ни, Көҙҙәр ҙә еттеме ни? Тынғы белмәҫ һандуғастар Сит ерҙәргә киттеме ни? Аҡ ямғырҙар ҡалды инде Йәшлегем яҙҙарында, Үткән ваҡыт даръяһының Буй етмәҫ ярҙарында. Аҡ ямғырҙар бында тиеп Саҡырғандай аҡ ҡырҙар. Аҡ ямғырҙар хыялдарҙа, Бөгөн яуа аҡ ҡарҙар.
  • Асыуланма иркәм юҡҡа ғына, Был донъялар һиңә тар кеүек. Беҙҙең күңел былай ҙа бит инде Өҙөлөргә торған ҡыл кеүек. Асыуланма иркәм юҡҡа ғына, Бергә саҡтың ебәрмә йәмен. Бәхеттәрҙе ситтән эҙләгәндәр Яндағының белмәй ҡәҙерен. Асыуланма иркәм юҡҡа ғына, Йылмайыуың торһон яҡтырып. Арттарынан ялынып саҡырһаҡ та, Бергә саҡты булмаҫ ҡайтарып.
  • Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған, Бәхеттәргә һөйөү уралған. Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт Толом-толом итеп уралған. Ҡушымта: Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр, Һөйөү урманына ҡаратыр. Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға Бәхет ебен кемдәр таратыр? Бәхетлеләр йөрөй парланып, Һөйөү урманына алданып. Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп, Килер тип һөйөү алланып. Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс, Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс. Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда Уларҙы һуң кемдәр яратыр?
  • Иҙәнегеҙ тигеҙ икән, Фанер йәйҙегеҙме әллә? Килдегеҙ ҙә утырҙығыҙ, Тамыр йәйҙегеҙме әллә?! Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Бҽләҙҽк бҽләккәйҽм Өҙөлә үҙәккәйҽм Өҙөлөп өҙөлөп һөйләшҽргә Юҡ минҽң йөрәккәйҽм Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Беләҙегем-йөҙөгөм, Кҽйәрмен әле үҙем. Ятҡа бирер әмәлҽм юҡ, - Һөйәрмен әле үҙем. Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Ағиҙҽлдҽң һыуы аға, Һыу аҫтынан ҡом аға. Матурҙар сибәргә бара, - Миңә ҡайһығыҙ бара? Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле.
  • I. Һиңә әйткән һүҙҙәремде, Кисә күргән төштәремде, Шул тиклем яратҡанымды Тағын иҫләйем. Айлы төндәре йөрөргә, Ҡосаҡлашып һөйләшергә, Ирендәреңдән үбергә Бик ныҡ теләйем! ҡушымта: (2x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн. II. Нишләптер һин мине эттең, Шулай булырын да белдем. Ләкин һине генә күрҙем, Һуҡыр булғанмын. Яратмағанһыңдыр мине, Яҙмышыбыҙ шулай тине. Табылмаған һөйөүемде Һаман тапманым. ҡушымта: (4x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн.
  • I. Кистәрен һиңә барам, Өйөңә килеп етәм, Һыҙғырам, ҡысҡырам, В общем, һине саҡырам. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, мине ҡыуҙың. ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". II. Кистәрен тағы барҙым, Гөл-сәскә тотоп килдем, Ҡыҙылдан, матурҙан, Әҙрәк һиңә оҡшаған. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, тағы ҡыуҙың. ҡушымта(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". III. Сит илгә сығып киттем, Һәм шунда эшкә төштөм, Тырыштым, эшләнем, Ҡуп аҡса алып ҡайттым. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә матур ҡараның, Һа - Артымдан һин йүгерҙең! ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай".
  • Һин үҙеңдең матурлығың менән хайран ҡалдыраһың егеттәрҙе Йәшлек ваҡытың, осоп барһын иң матур сағың. Һин берүҙең, ләкин һиҙәм, ваҡыт етте,барып әйтәм, Нимә уйлайһың, нисек ҡарайһың? Йылы һүҙ ҡушмайһың. Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур, Булаһыңмы минеке, әллә бармы егетең? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән, Бар донъяға һүҙ бирәм: һине бәхетле итәм! Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур... Булаһыңмы минең менән? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән... Һорауыма яуап көтәм. Йондоҙ булып сәсрәй һағышым, еңеләйтмәй серле ҡарашың. Матур шул тиклем минең бәхетем, саф мөхәббәтем. Бар булмышым ҡара төндәр кеүек, һинһеҙ етешмәй һинең яҡтылыҡ. Әйҙә, йәнем, сыҡ. Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур, Булаһыңмы минеке, әллә бармы егетең? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән, Бар донъяға һүҙ бирәм: һине бәхетле итәм! Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур... Булаһыңмы минең менән? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән... Һорауыма яуап көтәм.
  • Караңғы кистә талпынам юҡҡа Онотоп булмай,күҙҙә юҡ йоҡо Күптән индҽ яңғыҙ ,ҡалдырҙың минҽ Бит йәнҽм яңғыҙ,һағынам һинҽ ҡушымта Киттҽң,киттҽң Күҙҙәрҙә йәш ҡалдырып Киттҽң , Минҽ уттарҙа яндырып Киттҽң, Минҽ яттарға ҡалдырып Киттҽң, Һин минән ,киттҽң 2.Йөрәгҽм ярты,яртыһы һиндә Ә бөгөн һинҽң күңҽлҽң кҽмдә Вәғәҙәләр бирҙҽң ,һөйәмҽн тинҽң Юлдарҙы ябып,ниңә һуң киттҽң 3.Күктә ай йөҙә,улда бит һиҙә Тирә яғына,йондоҙҙар тҽҙә Мин гҽнә яңғыҙ,мин гҽнә моңло Кҽм гҽнә килҽп йыуатыр йәндҽ
  • Яңғыз инем, таптым һине, Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Даръяларҙан тартып алып, Уттарға илтеп һалдым. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. Ҡиммәтәйҙән көткән күңел, Бирелеп татлы хискә. Хыялдарым була микән Бары тик үкенескә. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. Билкәйҙәрең талдай зифа, Туймаҫһың ҡарап һис тә. Ай башында тыуғанһыңдыр, Баштарың шундай нескә. Яҙмыш ҡынам, хөкөмдәрем, Алдан уҡ ҡылған икән. Һөйөүҙәрең миндә түгел, Яттарҙа булған икән. (Р.Ғимрәни муз., Ш. Биҡҡол һүҙ.)
  • Ғүмерем ағыштарымдан Таптым да, юғалттым да. Өҙөлөп һөйгән ерҙәрҙе Ярамай юғалтырға. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) Киҫер алмаҫ минуттар күп, Кәрәк ғәфү итәргә. Ниңә һуң йөрәк яраңды Ҡалдырып та китәргә. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) Тынысландыр күңелеңде, Ашыҡма, сабырҙар ит. Күптәр ғүмерен уҙҙыра Һөйгәнен табырға тип. Припев Яңғыҙ аҡҡоштар шикелле Булмаһын яҙмышҡайым. Үкенеп уйларға яҙмаһын Мөхәббәт ялғыштарын. (х2) (М.Гәзетдинов муз., Р.Тимерова һүҙ)
  • Аҡ болотҡа ятып йөҙә аҡҡош, Ҡанаттары юлда талмаҫ та. Киткән ҡоштар яҙын кире ҡайта, Йылдар китә кире ҡайтмаҫҡа. Припев: Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы, Хәтерләйек алыҫ үткәнде. Ғүмер юлы тәүге мөхәббәтәй Алтын туйға килеп еткәнде. (2 раза) Йылдар сылбырынан ғүмер теҙеп, Берсә таныр, берсә ҡабалан. Һиҙҙермәйсә алыҫ араларға Алып китә икән был заман. Припев: Тиңләр инем һеҙҙең ғүмер юлын Алтындан да киммәт байлыҡҡа. Күрешәйек тағын, алла бирһә, Һеҙҙең менән иҫән-һаулыҡта. (2 раза) Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы, Һеҙҙең менән иҫән-һаулыҡта.
  • Мине күргәс, йылмайҙың, Арттан эйәреп килдең, Юлыма ҡаршы тороп Һине яратам тинең. Иҫемдә һаман нисек Минән көлөп йөрөнөң. Буйың бәләкәй тиеп Хәҙер үҙемде һөйҙөң. Хәҙер йәшеңде тукмә, Мине илап саҡырма. Юлыма ҡаршы сыҡма, Муйыныма һырылма. Ғәфү ит мине, һылыу, Һине һөймәйем. Икенсене ярата Минең йөрәгем.
  • Йөрәгем тибә, йөрәгем тибә, Һинең өсөн, һинең-һинең өсөн. Күҙҙәрем асылды, тойҙом барлығынды. Йөрәгемдә һиңә мөхәббәт. Ҡайҙа инде ҡайҙа, булдым әле айҙа. Унда ла һиңә тик мөхәббәт. Бөтә сәскәләрҙең дә матурлығы тик һинең өсөн, тик бер һинең өсөн. Ҡоштарҙын һайрауы, күбәләктәрҙең да осоуы тик һинең бер өсөн. Йөрәгем тибә, йөрәгем тибә, Һинең өсөн, һинең-һинең өсөн. (4 раза) Хистәрҙе уятаң, япраҡ ергә ята. Был тормошто мин бит яратам. Ҡояштың нурҙарын, айҙын яҡтылығын Ямғыр тамсыларын яратам. Әммә инде күпме йылдар мин һине эҙләнем, көттөм, эҙләнем. Ә һин булғанһың янымда һәр ваҡыт минең янымда, тик минең янымда! Йөрәгем тибә, йөрәгем тибә, Һинең өсөн, һинең-һинең өсөн. (4 раза)
  • 1) Яралар уңалыр, һағыштар юғалыр, Ял итерһең минең ҡосаҡта. Бар донъя таң ҡалыр һәм ғәләм һоҡланыр, Беҙҙең шул бәхетле саҡҡа. Тауҙарҙы артылып, кәртәләрҙе йырып, Осраштыҡ беҙ йәнә осраштыҡ. Яҙмышҡа үс итеп, хистәрҙе йыр итеп Һөйөүҙе беҙ таптыҡ тормошта. Ҡушымта: Һин йылмаяһың һин йылмаяһың Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша Һин йылмайып ҡына ҡарап тораһың Алыҫтарҙа ҡалған йылдар аша 2) Беҙ китербеҙ бергә әкиәт иленә, Йондоҙҙар күктә янырҙар. Тик була бит ерҙә йондоҙ кеүек ҡыҙҙар Хинең кеүек сағыу йондоҙҙар. Мин ҡапыл уяндым һәм һине тапманым Ҡараңғы һәм һалҡын бүлмәмдә. Һәм шул саҡ тәҙрәнән мин күккә ҡараным Яҡты нурҙар тулды күңелгә.
  • Хин тыныс кызыкай Ике толом састарен Хем танаунда калын быялалай кузлеген Хинен кызыл кулдаген Моданан куптан сыкты Хамда якын дустарын Ул хинен китаптарын Аптырайым узема нима таптым мин хинда Уйзарымда хин гена монхоу йырзарымда аптырайым узема йорак хоралеш тиба уйзарымда хин гена монхоу йырзарымда Гашик булдым без ума Хин тыныс кызыкай, Ике толом састарен Хем танаунда калын быялалай кузлеген конда хине котамен без осрашкан урында тик хине осратмайым кайза югалдын кайза Аптырайым узема нима таптым мин хинда Уйзарымда хин гена монхоу йырзарымда аптырайым узема йорак хоралеш тиба уйзарымда хин гена монхоу йырзарымда Гашик булдым без ума
  • 1.Моңһоу ай ҡарай тәҙрәбеҙгә, Алдымда һинең наҙлы һының. Бер аҙым һине ҡосаҡларға Һәм дә йышая һинең тының. Припев: Ярат мине, мөхәббәтем, Бирер һөйөү ялҡынына. Ярат мине, һөйгәнем, Аҙаш хистәр даръяһында, Ҡурҡма, мин яныңда... 2. Ирендәр тейә муйыныңа, Һәм һинең йыуаш тәнең ҡалтрай. Ҡулдарың эҙләй теләгәнде Улар хәҙер һине тыңламай. 3. Батабыҙ һөйөү диңгеҙендә, Яй ғына ябаң күҙҙәреңде. Наҙлы ҡысҡырыу, наҙлы көйҙәр, Ҡулдарың ҡыҫа ҡулдарымды.
  • Ҡаршылайһың бер һин ҡыҙыл таңды, Икенсенең ҡосағында инде, ҡосағында. Һыйпап тулҡын, гүйә сәстәреңде, Үбеп һөйә ул һинең тәнеңде, үбеп һөйә. Күрһәм һине төштәремдә, тирләп мин уянам төндә, Һығыла күңел, йөрәк һыҡтанды. Бәхетлеләрҙән, бәхетле, булдыҡ һинең менән йәнем, Онотмайым, ҡояшым мин һине, Онотмайым, ҡояшым мин һине, Онотмайым, ҡояшым мин һине. Талғын йөҙгән наҙлы керпектәрең, Ҡояш нурындай йылы ҡулдарың. Ирендәрең, ҡара төн, күҙҙәрен, Иҫемдә уйылдылар, һөйгәнем.
  • Тышаулы түгел аяғың, һин бит азат, Тик йәнә эйәрә алмай. Ҡалдың ҡарап, остолар ҡоштарың. Таратты ел тауыштарын. припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! Ҡанатын ҡырҡма ниәттен, уят дәртен, Үҙеңдәң башҡа яҙмышты. Кем үҙгәртһен: иркенлек күктәрҙә - Кәртәләр юҡ, юҡ сиктәр ҙә! припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! (Р. Ниғмәтов муз., Г. Хәлфетдинова һүҙ. 2019)