Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 39

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Йәшел генә сана, зыңғыр дуға Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Эй-й... Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел, Һайраһа ла туғайы киң түгел. Эй-й... илама ла, Фатимам, илама, Югереп атлап етер ҙә ер түгел. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп, Эй-й... киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп, Көтә микән Фатимам, төш күреп. (Икенсе вариант) Йәшел генә сана, зыңғыр дуға, Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Тыуғае яҡтарыма ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Иртән генә тороп, бер ҡараһам, Ҡырҡты менән Өрпәк күренә. Ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе, Зарураттан күркәм күренә. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп. Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп, Көтә микән Фатимам, төш күреп.
  • Йоморо матур тояғыңды дағаларбыҙ, юрғам, Ҡырас матур ялдарыңды уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөр инде, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам. Башыңдағы йүгәнеңде көмөшләрбеҙ, юрғам, Ҡара-ҡырпыу үңлегеңде нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөрсө әле, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам. Дуға кеүек муйыныңды иркәләрмен, юрғам, Түшәк кеүек һыртҡайыңды ҡырғыслармын, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөр инде, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам.
  • Оран һалып ҡысҡыраһы килә әйтер һүҙемде Ауыҙ ябып ултырып булмай, бөттө түҙемлек! Башҡорт башын эймәй тейеп - йыуатһам да үҙемде Башы эйелмәне, ләкин биле бөгөлдө... Томаланған аңдарыбыҙ, алырға ғына килем Беҙ - башҡорт уландары, үҙ еребеҙҙә килен! Көлөп китә һәр береһе, үҙ илемә килеп Уҙең дә онотоп бараһың әсә телен... Бер-беребеҙҙе батырабыҙ интернет селтәрендә Шул арала, башҡа баҫып - башҡалар күтәрелә! Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Бабич һәм бөтәһе лә Башҡорттар түгел, хәҙер инде улар бүтән милләт! Хоҙай, зинһар бирсе миңә түҙемлек... Һорайым - ни булһа ла, юғалтмаҫҡа үҙемде! Башҡорт булып ҡалырмын, ҡаным барҙа тамырҙа Етмәне әле ваҡыт, беҙгә соҡор ҡаҙырға!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Ҡара йөҙҙәр ҡараһа ла ыржайып Мин үҙемсә эшләрмен көн һайын Берәй ҡасан китһәм дә мин байып Булырмын шул уҡ ауыл малайы Кем булһам да сыҡҡанмын ябай халыҡтан Меңәр йылдарға һуҙылған беҙҙең тарих бар Урал батыр, Салауаттан килә беҙҙең ҡан! Күңелем осар бөркөт, йәнем арыҫлан! Үҙебеҙҙән тора ниндәй булыры киләсәк! Барыбыҙ ҙа һулай бер үк һауа бер үк һыу эсә... Йүгерә аттар болонда, һыҙғырып ҡурай үҫә Бөтә байлығын йәлләмәйсә бирә ер әсә! Ғорурланамын мин, тыуғаныма башҡорт булып! Бөрйән тауҙарынан, Алтынай Үлмәҫбай улы! Һәр башҡорт әгәр онотмаһа үҙ юлын... Телем, ерем, милләтебез - тере булыр!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт!
  • Устарымда һүнһә Әгәр ҙә бар йыһан Һине генә иҫкә алыр инем Һәм барлыҡ доньяны Мин онотор булһам Һин генә хәтерҙә ҡалыр инең Барыһы ла тамам Ләкин бар ғәләм һаман һөйләй һинең тура ла Беҙҙең һөйөү ергә атылған йондоҙ булһа ла Нишләп хәтер эҙе һаманда яна һауала Барыһы ла тамам Оноторға ине барыһында ләкин һаман Ысын барлыҡҡа ышанмай төшөмдән уянам Уйзар менән хыялдар күптән буталған Һинең өсөн янам Бар хыялдар тик һинең гена турала Әйтерһеңдә хәтер һинең тирәлә урала Нишләп һаманда йырағая беҙҙең аралар Барыһы ла тамам Ләкин һаман Һинен Тирәлә генә Әйләнә йыһан Устарымда һүнһә Әгәр ҙә бар йыһан Һине генә иҫкә алыр инем Һәм барлыҡ доньяны Мин онотор булһам Һин генә хәтерҙә ҡалыр инең
  • Нимә булды һиңә икән, ниңә ниҙән? Ҡалтыранып үкһеп илайһың? Устарыма һал һин йөрәгеңде, Ҡулдарымдың тойһон йылыһын. Ҡушымта: Ҡайғыларым менән килдем әле Көтөп алған оло байрамың Устарыма һал һин йөрәгеңде, Яраларын өрөп бәйләрмен. Белмәнеңме әллә көтмәгәндә Нахаҡ һүҙҙәр килеп керерен? Яралары тәрән, яралары... Һүҙҙәр яралаған күрәһең... Ҡушымта: Ҡайғыларым менән килдем әле Көтөп алған оло байрамың Устарыма һал һин йөрәгеңде, Яраларын өрөп бәйләрмен. (х2) Әллә хушлашмайса китте микән Көтөп алған йылы йәйҙәрең Устарыма һал һин йөрәгеңде Яраларын өрөп бәйләрмен Ҡушымта: Ҡайғыларым менән килдем әле Көтөп алған оло байрамың Устарыма һал һин йөрәгеңде, Яраларын өрөп бәйләрмен. (х3)
  • Мауҙҙы ла күле, ай, Яҡтыкүл Таһир Күсимов тыуған ер бит ул. Туғыҙ йәшлек булған, етем ҡалған, Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул. Мауыҙҙы ла күле, ай, тәрән күл, Таһир Күсимов йөҙгән күл бит ул. Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән, Таһир Күсимов хәрби ир бит ул. Күпме һуғыш үткән яу далаһы Атлы башҡорттар үткән ер бит ул. Днепрҙың уң яҡ ярын алған Таһир Күсимов полководец ир бит ул. Атлы башҡорттарын оҙатып ҡалған Күгәреп кена ятҡан киң Урал. Ватан һуғышында ҙур дан алған Таһир Күсимов герой-генерал.
  • Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ, Башҡорт ҡурайҙары булмаһа; Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ, Йөрәгендә дәрттәр булмаһа. Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк, Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк; Эсемдә генә минең уттар яна, Ник елкенә икән был йөрәк. Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ, Ҡаршыһында бейек тау булһа; Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ, Ғәзиз башы уның һау булһа.
  • 1. Биргәнhең hин миңә ал нурын таңдарҙың, Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн даланың, Биргәнhең ҡанаттар талпыныр сағымда, Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла. Ҡушымта: Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең, Ҡуйының — гөл-баҡса, наҙлы ел — hулышың. Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. 2. Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем, Берҙән-бер бүләгем — тоғро йөрәгем. Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға, Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал. Ҡушымта: Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең, Ҡуйының — гөл-баҡса, наҙлы ел — hулышың. Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. 3. Бурыслы hиңә мин, әсәйем - алтыным, Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын. Ай менән ҡояшты бирергә уйланым, Үрелеп алырға етмәне буйҙарым. Ҡушымта: Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең, Ҡуйының — гөл-баҡса, наҙлы ел — hулышың. Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.
  • Аа, кил минең ҡосағыма Аа, бул һин гел яндарымда Аа, һине генә яратам Төнгө күк йөҙөндә йылмая беҙгә йондоҙҙар Бөтә ғәләмдә әйтерһең беҙ икәү Ҡулдарыңды йылытып үбәм Һин минеке, тик бер генәм Припев Аяҙ көндәрен, һалҡын көндәрен Мәңге булырмын яныңда Һин ышан, йәнем, көслө хистәрем. Яратам,яратам... Ҡояш нурҙарында ҡойоноп, йәйғор аҫтында Ҡулға ҡул тотоноп барабыҙ гелән Һин яҙмышым, мин киләсәгең Бергә булырбыҙ мәңгегә Припев Аяҙ көндәрен, һалҡын көндәрен Мәңге булырмын яныңда Һин ышан, йәнем, көслө хистәрем. Яратам,яратам... Аа, кил минең ҡосағыма Аа, бул һин гел яндарымда Аа, һине генә яратам Припев Аяҙ көндәрен, һалҡын көндәрен Мәңге булырмын яныңда. Һин ышан, йәнем, көслө хистәрем. Яратам, яратам... (х2)
  • Йәйҙәргә һөйөнөп, ҡыҙылдан кейенеп, Баҡсамда үҫәләр сейәләр. Беҙгә күҙ һалығыҙ, һоҡланып ҡалығыҙ, Иң матур сағыбыҙ тейәләр. Ҡушымта: Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр, Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр. Һыуһылдар, татлылар, ирендәр тәме бар, Үбәм тип урелһен сейәләр. Һөйөүен йәшергән, ғашиҡтар шикелле Ҡыҙарып баштарын эйәләр. Ҡушымта: Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр, Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр. Һөйөү шул түгелме? Ымһыта күңелде Күҙ яуын алырлыҡ сейәләр. Бешәбеҙ йәйҙәрҙә, яратып өҙ әйҙә, Һуңлама, һуңлама тейәләр. Ҡушымта: Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр, Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.
  • Туҡтамай оса ғына,тоттормай ҡаса ғына Ҡанатлы шул ваҡыт елдәре. Нисек дәү үтә ғүмер, үтә икән барыбер Ҡайғылы һәм рәхәт төндәре. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын. А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын. Мәңге ҡайтмаҫ көндәрҙең, бына тигән ғүмерҙең Ҡәҙерләрен һуңлап аңлайбыҙ. Ҡайҙалыр ашығабыҙ, кемгәлер ашҡынабыҙ, Иң кәрәген онотоп ташлайбыҙ. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын. А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын. Урын бар моңланырға, утырып уйланырға Мәңгелек хаҡҡында бер минут. Беҙ ергә ниғә килгән, ниҙәр бар беҙ белмәгән Һорауҙарға яуап ҡына юҡ. А-һ-а, ғүмер юлы оҙон булһын, А-һ-а, яҡты эҙҙәр тороп ҡалһын.
  • Беҙҙе ташлап йыраҡҡа Торналар киткән саҡта, Һаубуллашыу тауыштары Әллә ниҙәр уйлата. Торналар киткән саҡта, Әллә ниҙәр уйлата, уйлата. Торналар киткән саҡта, Әллә ниҙәр уйлата, уйлата... Торналар киткән саҡта, Ергә һары моң ята. Айырылғас ҡауышыу бар Шул күңелде йыуата. Торналар киткән саҡта, Ергә һары моң ята. Моң ята... Торналар киткән саҡта, Әллә ниҙәр уйлата. Беҙҙән башҡа улар нисек Йәшәр икән сит яҡта? Торналар киткән саҡта Әллә ниҙәр уйлата... Уйлата... Торналар киткән саҡта Әллә ниҙәр уйлата, уйлата... (Р. Хәсәнов муз., Р. Ханнанов һүҙ.)
  • Башҡорт атлылары маршы. («Прощание Славянки» көйөнә) (Василий Агапкин музыкаһы, Гөлшат Шаһиева һүҙҙәре) Изге яу фарманы илемдә яңғ(ы)раны. Халҡым алды ҡулға ҡоралын. Ҡалдырып баш йортон, яу сапты башҡортом, Фатихаһын алып Уралдың. Ал байраҡ талпына, күңелдәр ашҡына, Йөрәктә - үс- нәфрәт ялҡыны. Мендек беҙ аттарға, теҙелдек сафтарға, Һүҙ бирҙек Ватанды һаҡларға. Тыуған ил өсөн йәлләмәм көсөм. Яуға мин китәм, Ҡурҡыу белмәм- мин ант итәм! Үтер айҙар, йылдар, Ҡайта алмаҫ бик күп улдар. Аямай йәнде, түгербеҙ ҡанды, Еңеп ҡайтырбыҙ дошманды. Яугир ат һәм һалдат уртаҡ кисте яуҙы, Түҙҙе ҡыштың ҡарлы буранын, Еңде мең үлемде, һаҡланы илемде, Ғорур үтте Берлин урамын. Килде май - шанлы ай, Еңеү таңы атты, Йөҙҙәрҙә балҡыны нур- шатлыҡ. Һалдат менән бергә саптар башҡорт аты Алып килде илгә азатлыҡ. Ҡаршы ал, Ватан! Ғорурлан, атам! Тоғро ҡалдым антҡа. Дан яугир ат һәм һалдатҡа! Үтте айҙар, йылдар, ятып ҡалды бик күп улдар. Аямай йәнде, түктек беҙ ҡанды. Еңеп ҡайттыҡ беҙ дошманды!
  • 1.Һандыҡ төптәрҽнән табып алдым Өс мөйөшлө һалдат хаттарын Ошо хаттар хәтҽрләтә миңә Олатайҙың һалдат саҡтарын ҡушымта Һарғайһала өс мөйөшлө хаттар Юғалмаған уның эҙҙәрҽ Күпмҽ бәхҽттәргә тулы булған Ошо хаттың килгән көндәрҽ 2.Кулдарымда өс мөйөшлө хаттар иҫтәлҽккә ҡалған һаҡланып Йөрәктәрҙә бөтмәҫ хәтирәләр Мәңгҽлҽккә ҡала уйылып 3.Устарыма алып изгҽ хатты Кат-ҡат уҡып оҙаҡ уйландым Шундай наҙлы йылы һүҙҙәрҽнән Күҙ йәшҽмдҽ тыя алманым
  • 1 Йүгәнемә көмөш тәңкә теҙген Ҡулдарыма һары ҡайыш теҙген Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып ҡушымта Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 2 Күрҙем әле яуын йүгәнеңде Аңланыңмы ниңә йөрөгәнеңде Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 3 Ашыҡмай шул йүгән кейҙерергә Ғорор башын түбән эйҙерегә Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 4 Үпкәләмә инде ҡыҙыл юрға Саҡыралар беҙҙе оло юлға Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып
  • Эй, буҙ турғай - бахырҡай!.. Ҡанаттарын ялпылдатып, тояҡтарын ялтыратып, Күҙкәйҙәрен ялтыратып менеп бара һауаға! Зекер әйтеп, фекер әйтеп, моңон әйтеп, Һүҙен әйтеп һауаға... Дәртлекәйҙәр, моңлоҡайҙар ҡурайҙарын ҡуңғырлатып, Думбыраһын думбырлатып, ҡумыҙҙарын зыңғырлатып Йыр йырлайҙар майҙанда...
  • Төштәремдә күрәм атайымды, Йырлай-йырлай атын еккәнен, Йылы ҡараш ташлап әсәйемә, Ҙур ҡапҡанан сығып киткәнен. Ҡайта инең, атай, кискә ҡалып, Һөйләй инең ниҙәр күргәнең, Биғрәк тәмле ине ҡипҡән икмәк — "Ҡуян күстәнәсе" тигәнең. Әйтә инең миңә ғүмеремде Бушҡа үткәрмә улым тип. Изгелектәр эшләп үҫһәң әгәр, Балҡып торор ғүмер юлың тип. Әйткән һүҙең, изге теләктәрең, Үтәлерҙәр һәрбер эшемдә. Ҡалған ғүмерҙәрең оҙын булһын, Рәхмәт атай барһын өсөн дә.
  • 1. Мең-мең ярсыҡтарға бүленеп сатнаған Быялалай хистәр түгелде Әйтерһең дә миңә , оҙон оҙон төндәр Сикһеҙ уйҙар таныш түгелдәр Ҡулдарымдан тотоп Бергә атлаған мәл Оноттоңмо,оноттоңмо оноттоңмо һин Беҙҙе бәйләп торған, һөйөүҙең араһы Алыҫлашҡанын аңлап тойҙоңмо? припев Беләһеңме йөрәгемде, Урталайға телгәнеңде, Әйтелмәгән һүҙҙәрҙең Әйтеләһе килгәнде. Төштәремдә күргәнемде, Ҡабынып та һүнгәнемде беләһеңме икән һин. Беләһеңме икән һин Был донъяларҙа минең, йөрәгемде бары тик һинең, Йөрәгең ишетһен э-э- эй 2 Бергә булмаһаҡ та бараһы юлдарым Һинең менән генә үтелгән, Таңдар һыҙылғансы Һине уйлаған уй, Уйымлыҡтар һүтелгән Урау урау юлдар, Булһа ла арала Йөрәгемде йөрәгең менән һин ишет Юҡһыныуҙар менән һуғарығлан күңел Ҡанатын йәйеп осорлоҡ түгел