Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 70

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • 1. Йөрәгең ялҡынын Күңелең яраһын Ҡулдарың йылыһын Мин тоям. Зинһар, юғалма Тормош юлымдан, Бәхетең ебәрмә Ҡулыңдан! • Припев: Айҙар үтә, йылдар үтә, Үтмәй һөйөү яраһы, Бәхетле итермен, һине, йәрем, Ҡушылһалар юлдар араһы 2)Һине осраттым, һине яраттым, Ҡояш яҡтыһы кеуек Һин, йәнем! яҡтырт ҡына Нурҙарың менән Донъямды, бәғерем! 3)Онотма, һөйгәнем Дөрләп янған Күҙҙәрҙәге осҡондо?? Күңелдәребеҙ талпынып Йондоҙҙарға осҡанды??
  • Гөрләп, янып илтер һымаҡ Утһыҙ-күмер ҡуҙҙары Һыуҙан алып утҡа һала Башҡортостан ҡыҙҙары Ҡушымта: Эх, атлап барыуҙары Эх, бер күҙ һалыуҙары Һыуҙан алып утҡа һала Башҡортостан ҡыҙҙары Үҙе йыраҡ, үҙе яҡын Күктә таң йондоҙҙары Таңғы йондоҙҙарға оҡшап Башҡортостан ҡыҙҙары Ҡушымта. Кемдә икән өмөттәре Кемдә икән уйҙары Бер куреүҙә ғашиҡ итә Башҡортостан ҡыҙҙары Ҡушымта. Ҡайҙа ағып китә икән Ағиҙелдең һыуҙары Һандуғастар моңдаш булһын Башҡортостан ҡыҙҙары
  • Тауҙар-таштар ярып, боролоп-боролоп, Йорүҙәнкәй бик шәп ағаһың. Кѳслѳ ғәйрәт менән тулҡыныңды Бейек ярҙарыңа ҡағаһың. Йорүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға. Күпте күргән, күпте кисергән. Унда данлы батыр Салауат та Аҡбуҙатын тѳш(ѳ)рѳп эсергән Һоҡланған ул матур Йорүҙәнгә. Ҡарап-ҡарап, уға туймаған. Туғайынан ҡурай ѳҙѳп алып, Ѳҙѳлѳп-ѳҙѳлѳп уны уйнаған.
  • 1. Тағы тора ҡояшлы май Күктә ҡоштар ҡайталар Тирә-яҡта аҫыл гөлдәр Гөрләп сәскә аталар. Ҡушымта: Әсә көтә улын, әле ҡайтыр тиеп, Әсә көтә улын, иҫән тиеп. 2. Көтә ине әсә улын Ниңә улы ҡайтманы. Сәскә атты ун туғыҙ йыл Ниңә башҡа атманы. Ҡушымта: Әсә илай, улым, ҡайҙа ҡалдың тиеп Әсә илай, ерҙә, бәхет юҡ тип. 3. Әсә тора башын эйгән Һары сәскә ҡулында Был әсәне тағы ниҙәр Көтә тормош юлында. Ҡушымта: Әсә әйтмәй башҡа, улым һаумы тиеп, Әсә әйтмәй башҡа улым тиеп.
  • Уйға һалдым инде һине әсәй Ауырлығым төштө инеңә Беләм хаталарҙы ғафк иттең Кисерер һең бары һин генә Припев: (2раза) Ҡуй һорама әсәй хәлдәремде Мин йәшәргә саҡ саҡ өйрәнәм Өҙөлөп тә китә йыры моңо Үҙгәреп тә китә көй генәм Төштәренде әйҙә юрамайын Булһын улар яҙғы һаташыу Йылатыуҙы бөтә юрағанды Әйтеп буламы ней хат аша
  • Йылы ғына икән тыуған тупһам, Көйрәп кенә яна усағы, Йәндәремә урын тапмай инем, Күңелдәрем һиндә бушаны. Ҡушымта: Эй ҡәҙерле минең тыуған тупһам, Ут йотҡанда һиҙҙең хәлемде. Донъяға һин астың күҙҙәремде, Һин үҙ иттең бөтә мәлемде. Ҡөҙрәтле лә минең тыуған тупһам, Ер-Һыу тартып һиңә ҡайтайым. Һинән башҡа минең ҡөҙрәтем юҡ, Ниндәй һүҙҙәр табып маҡтайым?! Ҡушымта Тыуған тупһаларҙың йылылығы, Йөрәк түрҙәремдә, үҙемдә. Ҡурай моңо кеүек һыҙылырмын, Ҡайтыр юлҡайҙарым өҙөлһә.
  • 1. Күл буйында мин ятам, ҡояш нурҙарын йотам Эҫе таштар арҡамды яндыралар Эргәмдә ҡоштар һайрай күңелемә рәхәт Минең йөрәгемдә йәшәй саф мөхәббәт Ҡушымта: Эй, һылыу ҡыҙыҡай, хәлдәрең нисек? Һиңә эҫе булып китһә һыу инәйек Күлдәге балыҡтар аяҡты ҡытыҡлата Тәндәге булған йөндәрҙе ҡапыл ҡалҡыта 2. Ҡояш апай йылыта, көндө нығ(ы)раҡ ҡыҙҙырта Һалҡын ғына ел өрә минең битемә Күл буйында беҙгә оҡшай, мин һиңә һыу сәптертәм Йәй көнө беҙгә рәхәт, мин йәйҙе яратам 3. Оҙаҡламай кис етә, ҡояш йоҡларға китә Урынына ай сыға, беҙгә яҡтырта Эргәмдә ята кәмә, шул кәмәлә беҙ бергә Көнө буйы йөҙәсәкбеҙ күл уртаһында
  • Беҙ бергә һәр саҡ, Куңелебеҙ алсаҡ. Булайыҡ берҙәм, Булһаҡ та төрлө ерҙән. Һарытау, Ырымбур, Ерҙәребеҙ бик ҙур. Ҡурған һәм Силәбе Улар башҡорт ерҙәре (2 раза) Әй буйында үҫтем, Һаҡмар һыуын эстем, Яйыҡты ла кистем, Тупланып унда көстө. Бейек Урал тауынан, Урмандан, даланан, Һыбай башҡорт саба алға, Тыуған иле хаҡына. Беҙ бергә һәр саҡ, Куңелебеҙ алсаҡ, Булайыҡ берҙәм, Булһаҡ та төрлө ерҙән. Һарытау, Ырымбур, Ерҙәребеҙ бик ҙур, Ҡурған һәм Силәбе, Улар башҡорт ерҙәре. Беҙ бергә һәр саҡ, Куңелебеҙ алсаҡ, Булайыҡ берҙәм, Булһаҡ та төрлө ерҙән. Һарытау, Ырымбур, Ерҙәребеҙ бик ҙур, Ҡурған һәм Силәбе, Урал батыр ерҙәре.
  • Ағыла ла болот ағыла Тауҙар аша ауылым яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ни тип әйтһен: берни белмәй ул, Хәбәре юҡ минең йөрәктән. Мине бары сылатып үтте Аҡ ҡайындар менән беррәттән… Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?!
  • Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.
  • Гармунлы йәшлек. Беҙ түгелме ауылдарҙа Гармундар тартып үҫтек? Үҫеп ир-егеттәр булғас, Ауылдан сығып киттек. Йәшлектәр уҙып китһә лә, Үкенестәр ҡалманы. Беҙҙең гармунлы йәшлектәр Йырһыҙ-моңһоҙ булманы. Ауылдар иҫкә төшкәндә, Гармун моңдары сыңлай. Ситтә йөрөгәндәр генә Ауыл ҡәҙерен аңлай. Ауылдар ҙа үҙгәрҙеләр, Гармундар ҙа уйналмай. Егеттәр ҙә гармун һуҙып, Урамдарҙы буйламай. Хәҙер ауылдарға ҡайтып, Гармун уйнап үтһәк тә, Йәш ваҡыттар кире ҡайтмай, Ни хәл генә итһәк тә.
  • Килде көткән яҙҙар, Күңел тулы наҙҙар, Киң яландар гөлгә күмелә. Үткәндәрҙе уйлап, Бер аҙ яман һулап, Килдем әле аҡҡош күленә. Аҡҡош күле тоноҡ, Тирә-яғы тымыҡ, Сер һөйләшә зифа ҡамыштар. Һис кенә лә тыңмай, Ҡолағымда сыңлай Таныш моңдар, таныш тауыштар. Бәлки килерһең тип, Килһәң, күрерһең тип, Яр башында усаҡ ҡабыҙҙым. Пар аҡҡоштар һыуҙа Ғорур йөҙөп уҙа, Ә мин ярҙа япа-яңғыҙым. (Роза Сәхәүетдинова көйө, Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре)
  • Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...
  • Шишмә йырлай, салғы сыңлай, Һулыр һауа бал ғына; (2раза) Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Йәй — кәкүкле таң ғына, Йәй — кәкүкле таң ғына, таң ғына. Зәңгәр күктән ҡоштар үтә, Ергә һибелә сың ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Көҙ — нағышлы моң ғына, Көҙ — нағышлы моң ғына, моң ғына. Кис һәм иртә тәҙрә сиртә, Ел тынмайса һиҫ кенә; (2 раза) Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, кис кенә. Ҡояш нурлый, тамсы йырлый. Килә көләс яҙ ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Яҙ — өмөтлө наҙ ғына; Яҙ — өмөтлө наҙ ғына, наҙ ғына. Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң, Бел ҡәҙерен ғүмереңдең, — Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, аҙ ғына. (Дамир Әҙелбаев көйө, Сафуан Әлибаев шиғыры)
  • 1.Бер тапҡыр ғына күрҙем һине, Иҫемдә минең йылмайыуҙарың. Һинең тәүге ҡарашың миңә Йөрәгемә тийде самый шулай. Үҙемде тота алманым, Һиңә килеп танышҡан булдым. Ҡулыңды һораған булдым, Һин бирдең миңә самый шулай. Ҡушымта: Мин һине яратам, Самый шулай тинең һин. Һөйгәнем, бәғерем, Яратҡаным һин минең. Һин дә мине яраттың, Күңелемде иреттең. Һөйгәнем, бәғерем. Вот була самый шулай. 2.Күңелкәйем һинһеҙ түҙмәй, Һине генә һорай, тик һине. Яратам һине генә мин, Һин дә мине вот самый шулай. Күпме артыңдан йөгөрҙөм, Күпме ҡайғырттырҙың һин мине. Ә инде хәҙер беҙ бергә, Бына был инде самый шулай.
  • пр:Ай-хай, икеләнмә, Тотта берҙе баҫ әйҙә! Ай-хай, икеләнмә, Күңелеңде ас әйҙә! Бейе-бейе, матур көйө Ҡанатланып ос әйҙә! 1)Өйрәнеп ал бейергә, Эйелеп-бөгөлөргә! Кәрәк башҡалар янында Шәп булып күренергә. Оҫта бейей белгәндәр, Бар яҡлап та килгәндәр, Бөтәһен дә булдыралар Йыр - бейеүҙе һөйгәндәр. пр:Ай-хай, икеләнмә, Тотта берҙе баҫ әйҙә! Ай-хай, икеләнмә, Күңелеңде ас әйҙә! Бейе-бейе, матур көйө Ҡанатланып ос әйҙә!
  • 1) Бер байрам да үтмәй беҙҙә Йырҙарһыҙ һәм бейеүһеҙ, Бер табын да булмай беҙҙә Сәк-сәксәкһеҙ, тәмле сәйһеҙ. Үҙе баллы, үҙе татлы Ирендәрең төҫлө, Әллә сәк-сәк яратҡанға Күңелем бигрәк хисле. пр: Сәк-сәк, эх, татлы ла, Сәк-сәк, эх, баллы ла! Сәк-сәк, эх, тәмле лә, Телдәрҙе йоторлоҡ. Сәк-сәк, эх, татлы ла, Сәк-сәк, эх, баллы ла! Сәк-сәк, эх, тәмле лә, Доньяны он(ы)тырлыҡ. 2) Баллы ризыҡ яратҡандар- Асыҡ күңеллеләр, Кәйефтәре күтәренке, Һәр саҡ һөйкөмлөләр. Шуның өсөн сәк-сәк менән Сәйҙе йыш эсһәгеҙ, Йөҙкәйегеҙ гел шат булыр, Артасаҡ көсөгөгөҙ.
  • 1. Киләсәккә атлай халҡым Ҡанлы юлдар аша үтеп. Үткәндәрҙе өйрәнәмен, Тарих йомғактарын һүтеп. Ҡушымта: Быуаттарҙан оран һала Олатайҙар рухы беҙгә: Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк Халҡыбыҙға, телебеҙгә! 2. Илем, халҡым һәм телемдең Яҡлау, һаҡлау көткән мәле. Халҡым ышанысын аҡлар Ул һәм ҡыҙҙар тыуар әле. Ҡушымта: шул уҡ 3. Ҡурайымдың моңдарында Халҡым зары һәм үткәне. Ҡобайыры, йырҙарында – Уйлағаны һәм көткәне.
  • 1. Йылдар үтһә лә, һыуҙар аҡһа ла, Көтәлер һаман, ғәзиз еркәйем. Ел-ямғырҙарҙа, ҡар-бурандарҙа Тыуған яҡтарға һуҡмаҡ эҙләйем. Ышаныс менән һиңә атлайым, Ғәзиз еремә, йылға - күлдәргә. Һинән яҡыныраҡ ерҙе белмәйем, Һары һағышҡа нисек түҙәргә. Ҡушымта: Тыуған тупраҡ тарта, Ҡайтам, һиңә ҡайтам... Ҡайтам,мин,ҡайтам, Тыуған яғыма. Тыуған яғыма ҡайтам! 2. Ҡабул ит мине, тыуған еркәйем, Һиңә ҡайтамын йыраҡ илдәрҙән. Бәхет тапманым мин сит-ят ерҙәрҙә, Йәш тамсылары минең күҙҙәрҙә. Ышаныс менән һиңә атлайым, Ғәзиз еремә, йылға - күлдәргә. Һинән яҡыныраҡ ерҙе белмәйем, Һары һағышҡа нисек түҙәргә.
  • 1. Бишек сыңлауы,илау, тәүге һүҙ Юғалды эреп томан эсендә Ғүмер аҡһа ла баласаҡ һыман Саҡыра кеүек әле бөгөндә Саҡыра кеүек әле бөгөндә Припев: Йәшнәп йәшәргә талпына күңел. Йәшәү ҙә ерҙә мәңгелек түгел. Уҙыр ҙа китер аҡҡан һыу кеүек Йөрәк серҙәрен әйтергә өлгөр. 2.Ғүмерҙәр аға, ваҡыттар саба. Ябыҡ ишектәр асылмай ҡала. Кәҙерен бел һин һәр бер миҙгелдең, Һоҡланып өлгөр, эй сабый бала