Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 13

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Һыу өҫтәрен һырыған ап-аҡ томан, Һыу өҫтөн нисек тотош ҡаплап алған. Яр буйында, яр буйында йөрөйөм яңғыҙым, Ҡайҙа ғына минем бәхет йондоҙом. Йылға өҫтө томан-томан, Аҡһыл-аҡһыл томан. Йылға өҫтө томан, Таралмай ҙа һаман. Йылға өҫтө томан-томан, Һағыштарым һымаҡ. Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан Яр буйында бер кәмә сайҡала, Һине көтөп, минем йәнем моңлана. Ҡайҙа ҡалды беҙҙең ул матур саҡтар, Яр буйында яңған ялҡын усаҡтар. Йылға өҫтө томан-томан, Аҡһыл-аҡһыл томан. Йылға өҫтө томан, Таралмай ҙа һаман. Йылға өҫтө томан-томан, Һағыштарым һымаҡ. Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан Йылға өҫтө томан-томан, Аҡһыл-аҡһыл томан. Йылға өҫтө томан, Таралмай ҙа һаман. Йылға өҫтө томан-томан, Һағыштарым һымаҡ. Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан
  • Йәшәү матур, күңелдә йыр ғына Донъяла мәхөббәт хисе барҙа Бер-береhеҙ йәшәй алмағанға Парлашып оя ҡора ҡоштар ҙа. Һин минең, мин бары hинең генә Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм, Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән? Һин ҡояшым,ә мин hинең айың Ғүмергә яҙhын бергә булырға Һүндермәйсә хистәр ҡайнарлығын Бәхетле ғүмер юлын уҙырға Һин минең, мин бары hинең генә Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм, Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән?
  • Йәш сағыбыҙҙа беҙ - ауылскийҙар, Беҙгә кәрәкмәй ҡаты газ. Өйрәнгәнбеҙ беҙ таҙа һауаға, Һыйырҙарҙы таҙа һауырға. Ашап-эсеп бергә йоҡларға Һәм йырҙар менән йәшәргә. Ошо һыйырҙар булмаһа, Сыҡмаҫ инек беҙ кешеләргә. Ҡушымта: Эх, ауыл, йәшәһен ауыл! Гармунда үткән кисәләр. Гел булһын дойный аппарат, Самогон эсәбеҙ күмәкләп, Аҙаҡтан йырлайбыҙ бергәләп! Ауыл тормошо һағынышлы Бик күптәр өсөн ҡалала. Урамдан үткән көтөүселәр моңо Ишетелә төндәр буйы. Эсһәк тә, беҙ эште яратабыҙ, Йоҡламай уны беҙ башҡарабыҙ. Шулай уҡ яҙабыҙ беҙ йырҙар, Гел һеҙҙен өсөн генә, дуҫтар! Ҡушымта: Эх, ауыл, йәшәһен ауыл! Гармунда үткән кисәләр. Гел булһын дойный аппарат, Самогон эсәбеҙ күмәкләп, Аҙаҡтан бейейбеҙ бергәләп!
  • Иркәләй ул мине иркәләй ҡояштай иртәһен, Иркәләп һин мине иркәләп Бәхетле итәһең. 1. Ҡабатла шул һүҙҙәреңде Һин ҡабат-ҡабат. Иркәләйҙәр күңелемде Һаман. Ҡабатла һин исемемде Яңынан мең ҡат, Һаҡлармын хәтеремдә Һәр саҡ. Меңдәр араһынан уны эҙләнем йылдар, Табыр өсөн уны үттем күп юлдар. Таныным бары бер иркә ҡараштан, Иркәләй ул мине шул ваҡыттан. 2. Юғаламын күҙҙәрендә һаҡ ҡына йылмайһа, Ҡол итәһең күңелемде, Туҡта. Бәхетлемен, ҡойонамын Бөтмәҫ наҙҙа, Йәнем һәр минут һине Һағына
  • Хойгэнем хин, бэгеркэйем, хылыукайым, йэнкэйем Хинхез бер кондэ йэшэй алмаганды хин белэхен, Хинен хоро куззэрен, хинен тэмле ирендэрен, Бер кон курмэй тузэ алмам, хине генэ мин яратам. Кунелемдэ минен калды хинен йылы хуззэрен, Минэ карап йылмайыуын, алхыу гына хинен йозон. Ысын барлык мохэббэткэ хэзер инде мин ышанам, Хине генэ мин яратам, башка бер кем дэ кэрэкмэй. Мохэббэтем минен, берзэн берем, Хинэн башка бер кем дэ кэрэкмэй. Хойоп яратырмын хине генэ, Йэнкэйем, хылыуым, берзэн берем. Хойгэнем хин, бэгеркэйем, хылыукайым, йэнкэйем Кондэ хойоп яратырмын хине генэ куз нурым. Э инде хин китхэн минэн, йэшэй алмасмын мин хинхез, Шуны анла хин, кояшым, нисек хине мин яратам. Бер кондэ бер узен булмасхын, эргэндэ булырмын мин Йылы хуззэр хинэ эйтермен, йыуатырга тырышам, Тик хин мине ташлама, бер уземде калдырма, Мохэббэтем берзэн берем, хине генэ мин яратам Мохэббэтем минен, берзэн берем, Хинэн башка бер кем дэ кэрэкмэй. Хойоп яратырмын хине генэ, Йэнкэйем, хылыуым, берзэн берем.
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • Уҡырға индек беҙ икәү бергә, Юғары белем кәрәк тип оҙатып ҡалды атай-әсәйҙәр, Ә мин уҡыу күрмәйем, һине генә уйлайым, Яратам бит, белмәйем, белмәйем. припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. Бына беренсе курс үтеп китте, минең түҙемлек бөттө, Юҡ иттең бөтөнләй минең өмөттө, Ә мин һаман ҡуймайым, күҙ алдындан китмәйең, Яратам бит, белмәйем,белмәйем припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. (2 раза)
  • Һуземде башлар алдынан утенесем белдерәм Кемдер мине ихлас тыңлар,кемдер ҡул hелтәр беләм Тирә-яҡҡа,йәмәғәткә-ихтибарлы булығыз, Ҡылыр алдынан уйлағыз-Алланан hез ҡурҡығыз! Ағыла,уйзарым ағыла Ниҙәр булыр тағыла? Донъя яңылыш Юл ала, Ярзам ит беҙгә Аллам!!! Бөтә Донъяны яңғратып мин оран hалырға әҙер, Аҡсанан бутән нәмәгә куптән ботто Инде ҡәзер. Барлыҡ тереклектен теле осонда хәҙер Шундай замана етте,етте шундай дәүер! Урам буйлап атлап киләм,ике ҡулда кәҫәлә, Алда барган икәүҙән шундай hүҙҙәр ишетелә. Миндә бар «төйөлгәндәр» киттек әҙерәк йыраҡҡа, Шунда имеш икәулэп барып ҡайтырбыз «йыраҡҡа»! Аҙ түгел бөгөн ундайҙар-маҡсатhыҙ йәшәгәндәр, Ләззәт эҙләп был ғумерҙән аҙак инде үкенәләр. Тик үткәндәр кире ҡайтмай-быны улар аңлайҙар, Шунлыҡтандыр ҡылыҡтарын бәлки ташлай алмайҙар. Куҙенде ас тереклек, ҡаты йоҡоңдан уян! Үлмәгәнбеҙ бит әле-йөрәгем менән тоям! Бар әле беҙҙә көс мәғнәhеҙлектэн боролорға! Яңы урҙәргә ынтылып-Яны тормош ҡорорга!!! Беҙҙен сәғәттэр туҡтаhа ла-ваҡыт китеп барыр, Кешелек төҙәлмәhә ғонахтар артҡандан артыр. Ҙур таланттыр ямандан яҡшыны айыра белеү, Донъяла ниҙәр барғанын-айыҡ аң менән күреү! Ботә ерҙә hуғыш,фажиғә,бәлә-ҡаза, Йөрәк әрнеүҙән мин әҙер яҙырға Аллаға ғариза! Тик улайтмам, ҡурҡытмайым,киләсәккә ышанам, Яҡты тандар атҡан hайын ҡыуанамда-шатланам! Теге икәүҙе hорарhығыҙ: «Ҡайҙа-тиеп-Улар хәҙер?» Гәзиттә уҡыным кисә:уларға ҡаҙғандар ҡәбер. Куреп Кеше хатаhын,hеҙ курмәгеҙ ҡабатлай, Иблис hәм шайтандар Бер кемде лә аямай! Уйлаған уйҙарымдың ошо Бер олошо булыр, Көндән-көн башымда яңынан-яңылары тыуыр! Һау булығыҙ әлегә бөтә алмайым әйтеп телдәр тала, Ә hезгә кешелек уянып күҙ асырға ҡала!
  • 1. Күңелең китек булса да, Булса да тирән яра, Керфегең түбән кадама Аккан суларга кара. Кушымта: Өметләрең өзелгәндә Аккан суларга кара. Никадәр авыр булса да Агым су юлын таба. —----------------------------------------------- 2. Булыр инде бу дөньяның Тетрәнеп алган чагы, Дер селкенеп алган чагы, Утларга салган чагы. Кушымта: Өметләрең өзелгәндә Аккан суларга кара. Никадәр авыр булса да Агым су юлын таба. ------------------------------------------------- 3. Дөньялар нинди булса да, Бары чыдарга кала. Сабырлыкларың сыңганда Агым суларга кара. Кушымта: Өметләрең өзелгәндә Аккан суларга кара. Никадәр авыр булса да Агым су юлын таба.
  • Мы позабыли все, что было, между нами. Разделили границы сторонами. Мы разрушили все, что вдвоём создали. И вслед друг другу: "Прощай", уже сказали. Мы позабыли все, что было, между нами. Разделили границы сторонами. Мы разрушили все, что вдвоём создали. И вслед друг другу: "Прощай", уже сказали. За счастьем увы, мы не угнались. Любовь потеряли, и сами потерялись. И мы больше никто друг другу. Хоть не моя ты, но я подам тебе руку. Вроде не любил, и ты не любила. Вроде позабыл, и ты позабыла. Любовь, на остановке ждет свой автобус. И вот мы на грани, и перед нами пропасть. Теперь один на диване, и вино в бокале. Теперь знаю все, что мы тогда не знали. Глупые мы были, ещё глупее стали. И Была любовь, а мы не понимали. Припев: Мы позабыли все, что было, между нами. Разделили границы сторонами. Мы разрушили все, что вдвоём создали. И вслед друг другу: "Прощай", уже сказали. Мы позабыли все, что было, между нами. Разделили границы сторонами. Мы разрушили все, что вдвоём создали. И вслед друг другу: "Прощай", уже сказали. На моем столе свеча догорает. Минутами жизни дышит, не потухает. Прошу, ветер: не туши мои свечи, Они горят ещё, и ждут с нею встречи. Жаль, но увы, бывшее не вернуть. Ты по другой дороге и у меня свой путь. Мы разделили наши судьбы на границы. И жаль, что это все мне не снится. Припев: Мы позабыли все, что было, между нами. Разделили границы сторонами. Мы разрушили все, что вдвоём создали. И вслед друг другу: "Прощай", уже сказали. Мы позабыли все, что было, между нами. Разделили границы сторонами. Мы разрушили все, что вдвоём создали. И вслед друг другу: "Прощай", уже сказали. И мы друг другу: "Прощай", уже сказали...
  • Среди этих серых, мрачных лиц. Среди злых, бескрылых птиц. Найти покой в отражении блик. Город пустой, но никто не спит. В моих колёсах не осталось спиц. В моих ногах не осталось сил. Моя дорога тянет меня вниз. Но строить мост я вас не просил. В эту ночь - мысли прочь. Это мой драйв, мой драйв. На стене прочерком - "Its my life" Кофе на двоих, музыка на бис. Я скажу прощай, но не остановись. Кофе на двоих, музыка на бис. Я скажу прощай, но не остановись. Совсем молод, но седой уже. Всему виной мысли в голове. Моя жизнь - недописанный сюжет. Который кончится никак, нигде. Мне по силам задержать рассвет. Отдам тебе крылья, ты взлетай. И на каждый твой вопрос - ответ. Безнадежно говорю прощай. В эту ночь - мысли прочь. Это мой драйв, мой драйв. На стене прочерком - "Its my life" Кофе на двоих, музыка на бис. Я скажу прощай, но не остановись. Кофе на двоих, музыка на бис. Я скажу прощай, но не остановись. В эту ночь - мысли прочь. Это мой драйв, мой драйв. На стене прочерком - "Its my life" Кофе на двоих, музыка на бис. Я скажу прощай, но не остановись. Кофе на двоих, музыка на бис. Я скажу прощай, но не остановись.
  • Уйынсыҡ Минем тормошом айырым һинеке миңә түгел. Ни эшләйем шайтан алғыры Тартыла һиңә күңел. Һинең ҡулдарыңда бары Мин бер уйынсыҡ ҡына. Уйнап туйғас ни эшләтер тип, Күҙәтәмен тын ғына. Бер йылыға өйрәнгәстән Ҡурҡыта шул туңыуҙан Хоҙайым үҙе хаҡлаһын Һиңә ғашиҡ булыуҙан. Һинең ҡулдарыңда бары Мин бер уйынсыҡ ҡына. Уйнап туйғас ни эшләтер тип, Күҙәтәмен тын ғына. Һағындым тигән булаһың, Ә йөрәгең боҙ кеүек. Минең тормош һөтлө сәй ул, Ә мин унда бер күбек.
  • Забытые чувства, вечные дни Тяжелую ношу с плечей убери! Мне режет осколком слезы твои Ты - самая лучшая, мне в глаза посмотри Я буду помнить, буду любить Я буду верить, буду жить В густом тумане, тебя я - найду! И ни за что не отпущу Веду счет ночей, что без твоих глаз Ты - моя слабость и, ты - моя власть! Усталый, я - путник, но мне не упасть Вспомню глаза и исчезнет напасть Я буду помнить, буду любить Я буду верить, буду жить В густом тумане, тебя я - найду! И ни за что не отпущу И ближе под утро рассеится ночь Ты меня гонишь и хочешь помочь Плиту я надгробную с силой сожму На нем фото твое и слово: Люблю Я буду помнить, буду любить Я буду верить, буду жить В густом тумане, тебя я - найду! И ни за что не отпущу Я буду помнить, буду любить Я буду верить, буду жить В густом тумане, тебя я - найду! И ни за что не отпущу
  • Илгә сығып киткәнемдә, Бергә ҡалды ете ҡыҙ, Йэн hөйгәнен көтөргә тип, Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ. Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ, Ҡайтhам илгә, берһе юҡ. Намыҫ һаҡлап, күлгә батҡан, Ғәйеп итер ере юҡ. Томбойоҡло тәрән күлдә, Эсмәлегем булған күл, Ете ҡыҙҙы тартып алып, Хафаларга һалган күл. Ҡар урмандың ҡара ташы — Күп йәшәгән төйәгем. Ете ҡыҙҙың үсен алмай Гүргә инмәҫ һөйәгем.
  • Аҡты ярһып, аҡты ташып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға, Айҙар, йылдар аҡҡан һыуҙар кеүек аға, Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да, Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым. Бына инде ҡырҙар гөрләп сәскә ата, Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араһында, Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым.
  • Иҫермәм мин һөйөү шарабына, Ул усаҡты ҡабат яндырма, Ҡабыҙма һин үткән үкенесте, Һүнгән хыялдарҙы яңыртма. Ҡушымта Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ, Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры. Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер, Һүнгән инде һөйөү ялҡыны. Мин бит хәҙер элеккесә түгел, Үткәндәргә һин дә теҙләнмә, Бер йылы юҡ унда, бөтәһе көл, Һүнгән уттан күмер эҙләмә. Ҡушымта Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ, Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры. Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер, Һүнгән инде һөйөү ялҡыны.
  • Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда, Осор ҡанаттарым арманhыҙ талғанда, Тик hин мине күрҙең, хәлкәйемде hиҙҙең, Һин яныма килдең, hин миңә ҡул бирҙең! Таңдарҙың нурҙарын hиндә генә күрәм, Күңелем наҙҙарын hиңә генә бирәм, Һин бит – минең генә ярhып килгән яҙым, Һин бит – минең генә яҙмыш биргән наҙым! Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып. Киләсәк көндәрем hиндә генә күрәм, Киләсәк яҙмышым барын hиңә бирәм. Киләсәк ғүмерем – ярhып килгән яҙым, Һин hуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым. Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып.
  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
  • Йөрәгем ниҙер көтә... Күрәһең, хистәр өтә... Ҡалтырай, талпына батҡандай ялҡынға. Бер күргәнем етә ҡалды баштан яҙырға. припев: Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө... Нисек кенә мин һинән һөҙөрмөн күҙемде? Тырышып та ҡараным, төшөрөп күңелде, Хистәремдән тыйырға үҙемде. Бармы һин, юҡмы һин, ҡайҙа һин, кемдән һорарға? Үрҙәргә менермен йәки әҙермен түбән ҡоларға. Әҙермен йырларға, көлөргә, иларға, Тик һинең турала көн дә уйларға. припев: Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө... Нисек кенә мин һинән һөҙөрмөн күҙемде? Тырышмайым, ни өсөн, төшөрөп күңелде, Хистәремдән тыйырға үҙемде? (2 раза)
  • Йөрәгем һине юҡһына, Көткән хистәр тик юлғына, Үткәндәрҙә һин ҡалырһың, Күҙ йәше булып тамырһың. Ирендәргә ирендәрең, Теләмәйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һинән арынһа ла. Хистәремде яңыртырмын, Һиңә тиеп ашҡынырмын, Үткән хистәр әйләнерҙәр, Сәстәр сәскә бәйләнерҙәр. Ирендәргә ирендәрең, Мин теләйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һиңә табынһа ла. Йөрәгем һине юҡһына, Көткән хистәр тик юлғына, Үткәндәрҙә һин ҡалырһың, Күҙ йәше булып тамырһың. Ирендәргә ирендәрең, Мин теләйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һиңә табынһа ла.
  • Һағышланма көтөп һинҽң янға ҡайта алмағанға Һағышланма һаман көтөп һинҽң янда ҡалмағанға Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма Һағыш моңға һалып һинҽ уйлатҡанға ,асыуланма Һағыныу тулып йырҙарымды тыңлаҡанға ,асыуланма Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма Тик уфтанма ышан әлҽ килҽр яҡты киләсәккә Киләсәктҽ бына тиҙҙән бҽҙҙҽң бҽргә күрәсәккә Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма
  • Ә мин һиңә шылтыратырға Уйым бар Хәлкәйҙәреңде һорашырға Уйым бар Тик икебеҙҙә беләбеҙ бит Беләбеҙ беҙ Кем яуап ҡайтармаясаҡ Йыраҡтағы тәҙрә яҡтыһы Үҙ янына мине саҡыра Иртәнгегә тиклем төбөндә Мин һине көтөп торам Припев: Ә һин бөгөн килмәнең Һин бөгөн килмәнең Әллә бармы минең ғәйебем Әллә онотҡанмын мин Бәлки яңлыш әйткәнмен Әллә һин мине аңлап етмәнең Ә мин күптән көтәмен инде Һинән хат Тик әйтмәйсә беләмен инде Һиңә Ят Һинең яҙмышта яңы кеше Ул янасаҡ Тик һине аңламаясаҡ Йыраҡтағы тәҙрә яҡтыһы Үҙ янына мине саҡыра Иртәнгегә тиклем төбөндә Мин һине көтөп торам Припев: Ә һин бөгөн килмәнең Һин бөгөн килмәнең Әллә бармы минең ғәйебем Әллә онотҡанмын мин Бәлки яңлыш әйткәнмен Әллә һин мине аңлап етмәнең
  • 1. Йөрәкте өҙҙөрөп Яңғыраны Мәктәптең иң һуңғы Ҡыңғырауы. Баласаҡ беҙҙән бөгөн китә, тик Һине юғалтаһым килмәй бит. Иҫеңдәме һиңә өҙгән инем Ишек алдынан роза сәскәһен. Яҙып ҡуйҙыҡ дәфтәрҙең битенә Яратабыҙ тиеп ғүмергә. Ҡушымта: Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Бергә йөрөгән саҡтарҙы Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Ҡайнар ҡосаҡтарҙы 2. Урамда һине оҙатҡан өсөн Малайҙар менән һуғышҡан инем Ҡулъяулыҡ менән һөрттөң битемдән Мин уны һаҡлаймын әле лә Яныма сығармағанда Әсәйең Ҡасҡан инек бергә Дәрестәрҙән Ул көндө тәүге тапҡыр һин бирҙең Татырға ирендәрең тәмен Беренсе һөйөү ҡабатланмаҫ бер ҡасанда Ашыҡма әле ваҡыт туҡта, зинһар, туҡта Ҡыңғырау сыңлай ниңә Беҙгә хушлашырға Йә инде, матурым, илама, һин илама. Ҡушымта: Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Бергә йөрөгән саҡтарҙы Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Ҡайнар ҡосаҡтарҙы